Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
10 Июль 2021, 16:00

Ҡарағаттың бешкән сағы

Үҙем яратып эшләгән ҡайнатманың рецебы менән бүлешәм. 

Ҡарағаттың бешкән сағы
Ҡарағаттың бешкән сағы

Ҡарағатығыҙ бештеме? Беҙҙеке беште! Ҡарағаттан нимә генә эшләмәйбеҙ: компот ябам, туңдырам, ҡайнатмалар әҙерләйем. Ҡурай еләге менән иҙеп туңдырһаң да ныҡ тәмле! Быйыл ҡарағат мул ғына. Уңышты исрафламай йыйып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡалайыҡ.

Үҙем яратып эшләгән ҡайнатманың рецебы менән бүлешәм.

Был ҡайнатма һеркелдәк, йәғни желе һымаҡ ҡына була, банка ситтәренә йәбешмәй. Бының өсөн 2 стакан һыу, 6 стакан шәкәр, 4 стакан ҡарағат кәрәк. Ҡарағаттың күләме күп булһа, 500 грамлыҡ банка менән дә үлсәргә була. Өс стакан шәкәрҙе һыуға һалып, ағарып сыҡҡансы ҡайнатабыҙ. Унан ҡарағатты һалабыҙ. 7 минут ҡайнатҡас, күбеген алырға кәрәк. Утты самалап уртаса ғына итеп тотоғоҙ. Ете минуттан һуң ҡалған өс стакан шәкәрҙе һалырға ла тағы 5 минут ҡайнатырға. Стерилләнгән банкаларға стерилләгәс эҫе ҡайнатманы һалып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.

Тәмле булһын!


Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: