Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
10 Июль 2021, 10:00

"Гөлмәрфуға"ның кем икәнен беләһегеҙме?

Уны хатта Өфө трамвайҙарында ла таныйҙар. Бөгөн ул һеҙҙең иғтибарға тәмле ҡайнатма рецебы тәҡдим итә. 

"Гөлмәрфуға"ның кем икәнен беләһегеҙме?
"Гөлмәрфуға"ның кем икәнен беләһегеҙме?

Был һүрәттә һеҙ журналист, шағирә, “Тамаша” журналының бүлек мөхәррире Миләүшә Ҡыҙрасованы һәм уның интернет киңлектәрендә киң билдәле "Гөлмәрфуға" исемле мейесен күрәһегеҙ. Коллегабыҙ беҙҙе аш-һыу бүлмәһендәге, дөрөҫөрәге йәйге аласығындағы әхирәте – “Гөлмәрфуға” менән яҡындан таныштырҙы.

Был ҡупшы мейесте бынан алты-ете йыл элек уның тормош юлдашы Әнәс ағай сығарған, ә биҙәү эштәрен Миләүшә апай үҙе башҡарған. “Рус халыҡ әкиәтендәге Емеляның мейесе ише күңелле генә ҡиәфәте менән йәм биреп ултырһын әле тип, балсыҡтан күҙ, ҡаш, танау эшләп, төҫлө итеп буяп ҡуйҙым. Тәүҙә Ҡыҙыл ҡалпаҡ булыр, тип башлағайным, эшләй килә, ул үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙына оҡшаны ла ҡуйҙы. Шулай итеп, тәңкәләр төшөрөп, биҙәнем. Ижад иткән саҡта уҡ “Гөлмәрфуға” тигән исем башыма килгәйне, халҡыбыҙҙың шулай тип аталған бик матур йыры ла бар. Хәҙер инде ул минең “әхирәтемә” әйләнде”, – ти йәйге ялдарын Хәйбулла районының Әбеш ауылында үткәргән Миләүшә апай.

Әйткәндәй, "үҙемә ҡарағанда, мейесемде яҡшыраҡ беләләр шикелле", тип шаярта Миләүшә апай. "Бер мәл шулай Өфөлә трамвайҙа китеп барам. Туҡталышыма яҡынлашҡас, ишек эргәһенә килеп баҫтым. Алыҫтараҡ ултырһалар ҙа, саф башҡортса һөйләшеүселәрҙең хәбәре ҡолағымды наҙланы:
-Ҡара әле, Гөлмәрфуға!
-Ҡайһы Гөлмәрфуға?
-Һуң теге, мейесе йылмайып тора ла баһа, ҡашмау кейеп.
-Әәә, эйе шул. Ысынлап та шул микән?
-Шул, шул. Ул мейесте бүтәндәр менән бутап булмай инде...
-Бәй, хужабикәһе Гөлмәрфуға түгелдер инде, исеме кем генә булды әлеее...

Туҡталышыма килеп еткәйнем инде, боролоп, теге ҡатындарға йылмайып ҡул болғаным да, төшөп киттем", - тип мейесенә бәйле ҡыҙыҡлы тарихты ла һөйләне Миләүшә ханым.

Ул шулай уҡ усаҡ өҫтөнә ултыртылған ҡаҙанда әҙерләгән ҡайнатма рецебы менән дә уртаҡлашты. “Ҡоролоҡтан, ҡарышлауыҡ һәм саранча кимереүенән миктәгән Урал аръяғында ер еләгенән кинәнеп булманы быйыл. Был осраҡта һыу һибеп үҫтергән баҡса еләгенән дә тәмле ҡайнатма эшләй уңған хужабикәләр.

Йыйып киптерелгән ике килограмм еләккә ике килограмм шәкәр һалып, һуты сыҡһын өсөн бер тәүлек ултыртып торорға. Һүрән генә утта 10 минут ҡайнатҡас, ике аш ҡалағы лимон һуты йәки бер ҡалаҡ лимон кислотаһы өҫтәп, тағы ла 10 минут ҡайнатырға”, – тип һыналған рецебы менән тәҡдим итте уңған коллегабыҙ.

 

Фото: М. Ҡыҙрасованың шәхси архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: