Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
11 Июль 2021, 13:00

Емеше генә түгел, япрағы ла - дауа

Әммә сикләүҙәр ҙә бар: ниндәй сирҙәрҙән яфаланғандарға сейәнең зыян килтереүе ихтимал? 

Емеше генә түгел, япрағы ла - дауа
Емеше генә түгел, япрағы ла - дауа

Сейәләге С, В1, В2, В6, В9 витаминдары магний, кобальт, тимер кеүек микроэлементтар менән берлектә ҡан тамырҙарын нығыта, анемиянан һаҡлай һәм иммунитетты күтәрә. Емешендәге кумарин ҡандың ойошоусанлығын кәметеп, тромбтар барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай. Бынан тыш, уның емешендә антоциандар, ферменттар, пектиндар бар.

Сейә бик көслө антиоксидант булып тора, организмды иртә ҡартайыуҙан һаҡлай һәм яман шеш барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай.

Тын юлдары ауырыуҙарынан сейә һуты эсергә тәҡдим итәләр. Ул һалҡын тейеүҙән һәм юғары температура булғанда ла файҙалы. Шулай уҡ мейе эшмәкәрлеген яҡшыртыу, артритты дауалау, атеросклерозды иҫкәртеү өсөн файҙаланыла. Сейә һуты шулай уҡ организмды эсәк таяҡсаларынан арындырырға булышлыҡ итә. Халыҡ медицинаһында уның япрағын да киң файҙаланалар. Ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйырға була.

Шуға ла иғтибар итергә кәрәк: ашҡаҙан сей яраһы, үпкә хроник сирҙәре, шәкәр диабеты менән ауырығандарға, шулай уҡ эсәктәрҙең эшмәкәрлеге боҙолғанда һәм артыҡ һимеҙҙәргә сейә емеше менән мауығырға ярамай. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: