Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
11 Июль 2021, 09:00

Помидорҙы фитофтороздан һаҡлайыҡ

Был маҡсатта күптәр һарымһаҡ төнәтмәһе ҡуллана, эремсек һыуы һиптерә, үҫемлекте еҙ сым менән тишә. Ә мин...

Помидорҙы фитофтороздан һаҡлайыҡ
Помидорҙы фитофтороздан һаҡлайыҡ

Фитофтора кешелелеккө борон-борондан таныш. Был бәшмәк бөтөн ауыл хужалығы үҫемлектәренә ҙур зыян килтерә.

Ғәҙәттә, фитофтора менән ауырыған үҫемлекте һаҡлап ҡалып булмай. Ул бәшмәк менән дымлы ваҡытта, ямғырҙар йыш яуғанда зарарлана. Иртән бәшмәкте күреп тә була: ысыҡ төшкән ваҡытта япраҡтағы аҡ таптар – бәшмәк. Фитофтора менән көрәште ни тиклем иртәрәк башлаһаң, шул ҡәҙәр һәйбәтерәк. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Гөлиә Дәүләтҡолова түбәндәге кәңәштәрҙе бирә:

- Үҫемлектәр араһында ерҙе йомшартып сығырға кәрәк. Көн һайын һыу һибеү кәрәкмәй. Был ауырыу айырыуса теплицаларға хас. Эҫе һауа һәм юғары дымлылыҡ үҙенекен итә. Теплицаны йышыраҡ елләтегеҙ. Һыуҙы иртәнге сәғәттәрҙә һибергә тыршығыҙ. Тағы бер ысул – йод һауытының ҡапҡасын асып, епкә бәйләп элеп ҡуйыу. Шулай иткәндә, ул быу менән таралып, файҙаға ғына буласаҡ.

- Күптәр помидорҙы картуф кеүек итеп күмеп ҡуя. Мин былай итеп үҫтереүгә ҡаршымын. Үҫемлектең тамыры зарарлана. Даими рәүештә араһын йомшартыу етер.

Үҫемлекте фитофторанан һаҡлау өсөн халыҡ һарымһаҡ төнәтмәһе ҡуллана, эремсек һыуы һиптерә, үҫемлекте еҙ сым менән тишә. Әлбиттә, был ысулдарҙы ла ҡулланып ҡарарға була. Айырыуса баҡсағыҙҙа химия ҡулланмайым тиһәгеҙ. Шулай ҙа мин химик препараттар менән эшкәртеүҙе хуп күрәм. Дарыу һиптереү өсөн ямғырһыҙ, елһеҙ йылы көндө һайларға кәрәк.

Фитофтороздан түбәндәге препараттар ярҙам итер:

Химик дарыуҙар – “Фундазол”, “Топаз”, “Квадрис”, “Хом”, Еҙ купоросы.

Биологик препараттар – “Триходерма вериде”, “Бактофит”, “Фитоспорин”.

Аптеканан Трихопол (Метринидозол), Фурацилин алып һиптерергә була.

фото: vosadu-li-vogorode.ru

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: