Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
14 Июль 2021, 19:00

"Уҫал" булһа ла, файҙаһы күп

Крыжовникты халыҡ медицинаһында нисек файҙаланалар? Уны кемдәргә ашарға ярамай?

"Уҫал" булһа ла, файҙаһы күп
"Уҫал" булһа ла, файҙаһы күп

Крыжовникты кем генә белмәй! Был тәмле һәм файҙалы емештең  ботаҡтарындағы сәнскеләренә ҡаҙалмаған кеше юҡтыр. Шулай “уҫал” булыуына ҡарамаҫтан, уны күптәр баҡсаларында үҫтерә, емешенән ҡайнатма, джем, компот яһай.

Ул беҙгә Көнбайыш Европанан һәм Төньяҡ Африканан килтерелгән. Беҙҙең илдә XI быуатта үҫтерә башлайҙар. Тәүҙә берсень-крыж тип атап йөрөткәндәр. Уны помещиктар күпләп үҫтерергә яратҡан, емештән сифатлы вино һәм ҡайнатма яһағандар. Тик үткән быуат башында онло бәшмәк ауырыуы арҡаһында бөтә крыжовник плантациялары юҡҡа сыҡҡан. Селекционерҙар был сиргә ҡаршы торорлоҡ сорттар сығарыуға өлгәшһә лә, крыжовниктың “абруйы” ҡаҡшаған, уны аҙыраҡ үҫтерә һәм ҡуллана башлағандар.

Уңған хужабикәләр бөгөн дә унан тәмле ҡайнатма, компот, джемдар эшләй.

Крыжовник емештәре сәләмәтлек өсөн файҙалы рутинға, С, В1, РР витаминдарына бай, унда пектин, күҙәнәкле туҡыма, дуплау матдәләре, микро- һәм макроэлементтар күп. Хатта унда тимер алмаға ҡарағанда байтаҡҡа күберәк. Өлгөргән емештәрҙә аскорбин кислотаһы бешеп етмәгән емештәрҙәге менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.

С витамины буйынса бары ҡара ҡарағаттан ғына бер аҙ ҡалыша. В һәм Р төркөмө витаминдары ҡан тамырҙары тиресәләрен нығыта. Ябығырға теләгәндәр өсөн дә ул тәмле аҙыҡ. Шуға күрә уны йыш ҡына диеталағылар ҡуллана ла инде.

Халыҡ медицинаһында крыжовникты ауыртыуҙы баҫыу, бәүел ҡыуҙырыу, эс йомшартыу өсөн файҙаланғандар. Ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалау маҡсатында уның емешен генә түгел, ә тамыры ҡайнатмаһын да уңышлы ҡулланғандар. Емешендәге пектиндар организмдан ауыр металдарҙы, радионуклидтарҙы сығарыу һәләтенә эйә, ә кислотаһы  матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Белгестәр әйтеүенсә, ашҡаҙан сей яраһынан яфаланғандарға крыжовник ашау тәҡдим ителмәй, шулай уҡ колит һәм энтероколит сирҙәре мәлендә уны ашауҙан тыйылып торорға кәрәк.

 

Фото: smoldacha.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: