Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
17 Июль 2021, 10:30

Ер бөрсәһенән нисек ҡотолорға?

Иртән генә баҡсаға һыу һипкәндә бер нәмә лә юҡ ине. Кис сыҡһам, бер түтәлде тотошлай ер бөрсәһе (крестоцветная блошка) ялмап алған. Әгәр ҙә һеҙҙең дә баҡсала хәлдәр шулай икән, кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Ер бөрсәһенән нисек ҡотолорға?
Ер бөрсәһенән нисек ҡотолорға?

Иртән генә баҡсаға һыу һипкәндә бер нәмә лә юҡ ине. Кис сыҡһам, бер түтәлде тотошлай ер бөрсәһе (крестоцветная блошка) ялмап алған. Әгәр ҙә һеҙҙең дә баҡсала хәлдәр шулай икән, кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Ҡап-ҡара бөжәктәр болот кеүек һикерешеп шалҡан япраҡтарын кимерә генә... Шунда уҡ “Россельхоз”дың Башҡортостан буйынса филиалындағы үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге белгесе Сергей Ғәзизовҡа шылтыраттым.

"Әүернә сәскәлеләренә зыян килтергән ер бөрсәһе тиҙ тарала. Кәбеҫтә, редис, шалҡанды йәһәт ашап бөтөрә. Баҫыуҙарҙа был бөрсәләр гәрсис, көтөүсе муҡсайы һәм башҡа үләндәрҙе ашай. Ә баҡсала үрҙә телгә алынғандар менән туҡлана. Улар иртә яҙҙан, һауа температураһы 15 градустан ашҡанда уяна ла әүҙем үрсей башлай, йомортҡа һала. Үҙҙәре йомшаҡ һәм йәш япраҡтарҙы яратып ашай, ә ҡарышлауыҡтары йәш тамырҙар менән туҡлана. Бөрсәләр күп булһа, бер ике көндән үҫемлекте ҡорота.

Нисек көрәшергә һуң? Тәү сиратта түтәл гел дымлы булырға тейеш. Улар дымды яратмай. Икенсе ысул – япраҡтарға көл менән тәмәке оно һибеү. Улар бысраҡ япраҡтарҙы һөйһөнмәй. Көлдө эҫе һыу менән бешереп, ошо һыуға йәшел һабын ҡушып һиптереүҙе лә үҙ итмәйҙәр. Әрем һәм помидор япраҡтарын да бешереп һибеү ярҙам итер. Әгәр ҙә был ысулдар ярҙам итмәһә, дарыуҙар ҡулланырға кәрәк. Карбофос, “Актара”, “Децис”, “Арриво”, “Шерпа” ярҙам итәсәк", - тип кәңәш бирҙе белгес.

 

Автор фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: