Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
18 Июль 2021, 09:00

Барҡылдаҡтарҙы нисек ҡурҡытырға?

Быйыл ниңәлер барҡылдаҡтар (дрозд) күп. Улар баҡсасыларҙың маҙаһына тейеп, уңышты алдаоаҡ “йыйып” өлгөрә. Еләк бешкән ваҡытта баҡсаларға һөжүм итә башлаған был ҡоштарҙан нисек ҡотолорға?

Барҡылдаҡтарҙы нисек ҡурҡытырға?
Барҡылдаҡтарҙы нисек ҡурҡытырға?

Быйыл ниңәлер барҡылдаҡтар (дрозд) күп. Улар баҡсасыларҙың маҙаһына тейеп, уңышты алдараҡ “йыйып” өлгөрә. Еләк бешкән ваҡытта баҡсаларға һөжүм итә башлаған был ҡоштарҙан нисек ҡотолорға?

Был һорауға Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Айһылыу Камалетдинова яуап бирә.

"Быйыл, ысынлап та, ошо ҡоштар әүҙемләште. Үҙемдең баҡсамдан алып та әйтә алам. Еләктең уңышын һаҡлап ҡалыу өсөн ниҙәр генә эшләмәнек. Унан ирга ағасына күстеләр. Сара күрмәһәң, был ҡоштар бер нисә сәғәт эсендә бөтә уңышты ашап китеүе ихтимал. Күгәрсендән бәләкәйерәк, ҡуңыр-һоро төҫтә, эсе аҡһылыраҡ. Ҡыйыу, кешенән ҡурҡа һалып бармай. Сейә, ҡарағат, крыжовник, баҡса еләге, ирга һәм башҡаһын яратып ашайҙар. Бик аҡыллы ҡоштар. Төрлө ҡурҡытыу сараларына тиҙ өйрәнәләр һәм урап үтеү юлдарын да йәһәт кенә табалар.

Тәжрибәмдән алып әйтәм: иң еңел ҡотолоу юлы – ҡарасҡы. Тик ҡымшанмай, елпелдәмәй торғанынан улар ҡурҡмай. Быны иҫәпкә алырға кәрәк. Ҡалай банкалар, шешәләр урынлаштырырға була. Магазинда балалар өсөн яһалған төрлө ел әйләндергестәр уларҙы ҡурҡыта. Иң өркөткәне – бесәй. Ихатағыҙҙа бесәй булмаһа – иҫке бүректәр элеп бер ни тиклем һаҡланырға була. Мин тағы ла бер ҡыҙыҡ сара уйлап таптым: балаларҙың иҫке тубына ярылған көҙгө валсыҡтарын йәбештерҙем дә элеп ҡуйҙым. Ҡояшлы көндә ул ялтырап, ҡоштарҙы ҡурҡыта.

Хужалыҡ тауарҙары магазиндарында ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ябып ҡуйыр өсөн селтәр һатыла. Ул да һәйбәт ярҙам итә", - ти Айһылыу.

Иң мөһиме - ҡоштарҙы ҡурҡытҡанда артыҡ тырышып ташламағыҙ, күрелгән саралар уларға зыян килтермәһен. Ни өсөн тигәндә, барҡылдаҡтар баҡсасыға дошман ғына түгел, дуҫ та! Емеш өлгөрмәгәнгә тиклем баҡсалағы бөтөн зарарлы ҡаршлауыҡтарҙы йыйып ашай улар.

Мин иһә баҡсамда ҡоштарға ҡаршы ҡағыҙ осорғос ҡуйҙым. Уныһы ҙур бөркөт кеүек итеп эшләнгән. Унан барҡылдаҡтар ҙа, ҡарғалар ҙа, һайыҫҡандар ҙа ҡурҡа.

Автор фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: