Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
21 Июль 2021, 23:00

Төҫө лә, еҫе лә шифалы

Бәрхәт сәскәһенең кешенең тормошонда, дауалауҙа ниндәй көскә эйә икәнен беләһегеҙме? 

Төҫө лә, еҫе лә шифалы
Төҫө лә, еҫе лә шифалы

Күҙҙең яуын алып торған был сағыу сәскәләр йәнгә лә, тәнгә лә сихәт биреү көсөнә эйә. Уның төҫө лә, еҫе лә кеше организмы өсөн шифалы икән.

Төҫтәр ярҙамында дауаланыу – төҫтәр терапияһы борон Мысырҙа, Ҡытайҙа, Һиндостанда киң таралған булған. Хәҙер ҙә ҡулланыла. Бәрхәт сәскәһенең төҫө көнсығышта ҡояштыҡы менән сағыштырыла, ул кәйефте күтәреү көсөнә эйә, кешенең абруйын күтәрә, ғаилә ҡороуҙы, атай-әсәй ҡыуанысын татыуҙы, нәҫел ебен дауам итеүҙе тормошҡа ашырыуға өлөш индерә икән. Башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойғоһон арттыра. Был төҫ шулай уҡ кешенең эске ағзалары эшмәкәрлеген көйләй, депрессия, стресс кеүек заман сирҙәренән үҙенсәлекле дауа булып тора.

Ә бәрхәт сәскәһенең еҫе һауалағы паразиттарҙы ҡыуа, төнәтмәһе эске ағзалар өсөн ифрат файҙалы. Бигерәк тә талаҡ, ашҡаҙан аҫты биҙе, тын юлдары, ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай, ҡан әйләнешен яҡшырта, йәшәртә, кәйефте күтәрә.

Фото: polysad.com

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: