Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
24 Июль 2021, 15:00

Сәскәгә күмелеп йәшәй

Алты йыл элек ире менән Мәләүездән тыуған ауылына күсеп ҡайтҡан Асия Ғәбитова ата-әсәһенең оҙаҡ йылдар ҡаралмай ятҡан еренә йән өргән.

Сәскәгә күмелеп йәшәй
Сәскәгә күмелеп йәшәй

Алты йыл элек ире менән Мәләүездән тыуған ауылына күсеп ҡайтҡан Асия Ғәбитова ата-әсәһенең оҙаҡ йылдар ҡаралмай ятҡан еренә йән өргән, өй янында бер буш урынды ла сарыф итмәй, емеш ағастары, йәшелсә, сәскәләр ултыртҡан.

Ул виноград, ҡарағат, еләк, алма, торн, ағас еләге, һырғанаҡ, слива, крыжовник, ҡара мышар кеүек ағас-ҡыуаҡтарҙы емеше өсөн үҫтерһә, өй алдындағы ҡыҙыл мышарҙы сит-ят күҙҙәрҙән һаҡланыу өсөн ултыртҡан.

Сөм ҡара ерҙә тигеҙ генә рәткә теҙелгән һуғандар, сәскә атып ултырған помидор, ҡыярҙар, ҡупшы ғына буй еткереп килгән ҡарбуз һәм башҡа йәшелсәләр хужабикәнең уңғанлығын тағы бер ҡат дәлилләй.

Сәскә, гөл үҫтерергә лә ярата Асия Нәбиулла ҡыҙы. Георгин, флокс, лилиә, дельфиниум, ҡәнәфер, астра, сентябрина, бальзамин, петуния, ирис, ләлә һәм башҡа сәскәләр баҡсаһын биҙәһә, тәҙрә төптәрен бегония, тамсы гөлө, глоксиния, цикламен һ.б. төрлө гөлдәр йәмләй.

Асия Нәбиулла ҡыҙының үҫемлектәргә булған һөйөүе юҡтан түгел икән – 17 йыл үҫемлектәрҙе һаҡлау биолабораторияһында иген культуралары өсөн биопрепараттар етештереү, трихограммалар үрсетеү буйынса лаборант булып эшләгән. Агроном дуҫтары менән дә аралашып, тәжрибә уртаҡлашалар, үҫентеләре менән бүлешәләр.

Гөлүзә ХАФИЗОВА.

Автор фотоһы.

Бөрйән районы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: