Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
24 Июль 2021, 19:00

"Өҫтәмә килем берәүгә лә ҡамасауламай"

Салауат районының Арҡауыл ауылында йәшәгән Рәйлә менән Алик Зариповтарҙың баҡсаһына һоҡланмаған кеше юҡтыр!

"Өҫтәмә килем берәүгә лә ҡамасауламай"
"Өҫтәмә килем берәүгә лә ҡамасауламай"

Салауат районының Арҡауыл ауылында йәшәгән Рәйлә менән Алик Зариповтар – тырыш, һәр яҡтан өлгө алырлыҡ ғаилә. Уларҙың ихатаһы юл буйында. Үткән һайын баҡсаларының бөхтәлеге, сәскәләренең күплеге иғтибарҙы йәлеп итә.

Улар Ҡаҙағстанда эшләп йөрөгәндә таныша. 1988 йылда өйләнешәләр. Ун йылдан ашыу ситтә йәшәгәндән һуң, ғаилә Аликтың тыуған яғына ҡайтып төпләнергә була. Ауыл ерендә шәхси ихата өсөн ерҙе мул бирәләр. Егерме сутый биләмәнең һәр метрынан файҙа алып йәшәй Зариповтар.

Йорт, һарай, мунса һалыу мәшәҡәттәре артта ҡалғас, Алик теплицаға тотонорға ҡарар итә.

"Бөтә республиканы, башҡа төбәктәрҙе эш буйынса йөрөп сыҡҡан кешемен. Башҡалар күптән ҙур теплицалар ҡуйып, ғаиләләрен йыл әйләнәһенә үҙҙәре үҫтергән йәшелсә, еләк-емеш менән һыйлай. Ә беҙҙә, тәбиғәт шарттары ҡырыҫ ерҙә, теплицалар һирәк. Өҫтәмә килем әле берәүгә лә ҡамасауламаған, тип уйланым да 8х23 кв.м. ҙурлыҡтағы теплица эшләнем. Ул газ менән йылытыла. Йыл әйләнәһенә файҙаланабыҙ", – тип һөйләй бөтмөр хужа.

Хужалар теплицанан дүрт йыл уңыш алһа ла, әле ул тулы ҡеүәтенә файҙаланылмай. “Икебеҙ ҙә эшләгәс, мөмкин дә түгел. Бындай теплицаны хеҙмәтләндереү өсөн бер кеше барыбер өйҙә ултырырға тейеш”, – ти улар.

Рәйлә сәскәләргә ғашиҡ. Улар - ихатаһының һәр мөйөшөндә. Теплица эшләгәндән һуң хужабикә петуния үҫтереп һатыуға сығара. Был гөл, билдәле булыуынса, тәүге осорҙа ныҡ ҡарауҙы талап итә, орлоҡтан үҫтереп алыу ҙа еңел түгел.

– Сәскәләрегеҙ шундай матур, моғайын, орлоҡтарын махсус етештереүселәргә заказ биреп алаһығыҙҙыр?

– Юҡ, ҙур магазиндарҙан алам. Петунияны уңышлы үҫтереү орлоҡтоң сифатына ғына бәйле түгел. Ултыртыу ваҡыты ла, ерҙең яҡшылығы ла ҙур әһәмиәткә эйә.

Хужабикә - матурлыҡ, ә Алик йәшелсә өсөн яуаплы. Теплицаның йыл әйләнәһенә уңыш килтереүенә өлгәшергә кәрәк. Ноябрь айҙарында хужалар бында төрлө тәмләткес үләндәр ултырта башлай, сөнки декабрь-ғинуарҙа башлы һуған, укроп, петрушканы халыҡ күп һорай. Ҡыяр ҙа байрамдар алдынан һәйбәт һатыла. Марттан башлап июнгә тиклем хужалар ҡыярға өҫтөнлөк бирә. Яҙғыһын үҫентеләр менән булалар. Помидор, баклажан, сәскә һәйбәт һатыла.

Килем тураһында һорашҡас, хужалар әлегә теплицаны төҙөүгә киткән сығымдарҙы ҡаплау, йылытыуға тотонолғанын ҡайтарыуҙары тураһында әйтте. Уларҙы аңларға була. Ҡыш ҙур майҙанды йылытыу өсөн газ күп китә. Айына 10 мең һум түләйҙәр.

Гөрләп торған баҡсаға быйылғы ҡоролоҡ та ҡурҡыныс түгел. Алик яһалма һиптереү ҡоролмаһы эшләп, баҡсаны бик уңайлы һуғаралар.

Автор фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: