Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
24 Июль 2021, 22:00

"Ҡәйнәмә һәр саҡ һоҡланабыҙ!"

“Башҡортостан” гәзите иғлан иткән “Шәп баҡсасы” конкурсында ҡатнашҡан Флүрә Зиннәтуллинаның килене Илмира Фәррәхова ниҙәр хаҡында яҙҙы? 

"Ҡәйнәмә һәр саҡ һоҡланабыҙ!"
"Ҡәйнәмә һәр саҡ һоҡланабыҙ!"

“Ҡәйнәм Флүрә менән ҡайным Данил Зиннәтуллиндарҙың ихатаһы бик матур, баҡсалары ожмах мөйөшөндәй. Ҡәйнәм сәскәләр ярата. Уларҙың ниндәй генә төрө үҫмәй - һанап бөткөһөҙ.

Йыл да еләк-емеш, бәрәңгеләре уңа. Быйыл йәй ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, баҡса еләге күп булды. Сейә менән груша ағастары йыл да мул уңыш бирә.

Бөтә ергә лә өлгөрә минең ҡәйнәм: һигеҙ йыл инде "Ынйылар" башҡорт халыҡ фольклор ансамблендә дә шөғөлләнә, урындағы бер концерт та уларһыҙ үтмәй. “Йәшел донъя”, ағинәйҙәр ойошмаларының да әүҙем ағзаһы.

Ҡәйнәм ҡул эштәренә лә бик оҫта. Беҙ, килендәре, уға һәр саҡ һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ", - тип яҙа “Башҡортостан” гәзите иғлан иткән “Шәп баҡсасы” конкурсында ҡатнашҡан Флүрә Зиннәтуллинаның килене Илмира Фәррәхова.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Флүрә апайҙың икенсе һулышы асылғандай була Ул тағы ла дәртләнеберәк донъя көтә башлай. Ҡыҙыҡһынған шөғөлдәренә һәм яратҡан баҡса эшенә башкөллө сума. Уның әүҙем тормошона ҡарап һоҡланырға һәм өлгө алырға ғына ҡала.

Фото ғаиләнең шәхси альбомынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: