Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
25 Июль 2021, 11:00

Фәриҙә апайҙан – тәмле ҡайнатмалар

"Шәп баҡсасы" конкурсында (https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_101012) ҡатнашҡан ханым крыжовниктан тәмлекәс, ирәүәндән джем, ҡаҡ яһау һәм башҡа рецепттары менән уртаҡлашты. 

Фәриҙә апайҙан – тәмле ҡайнатмалар
Фәриҙә апайҙан – тәмле ҡайнатмалар

Фәриҙә апай Сәлимйәнова Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында йәшәй. Ул – 40 йылға яҡын фельдшер-акушерлыҡ пунктында акушерка булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хөрмәтле хеҙмәт ветераны.

“Ҡыш көндәре ҡорама ҡорайым, ә йәй етһә, баҡсанан инмәйем. Беҙҙең төбәктә һауа шарттары бик ҡырыҫ, шулай булһа ла төрлөһөн үҫтерергә тырышам, йыл һайын мул уңыш алам. Баҡсабыҙҙа алма, ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге, айыу баланы, күк һәм ҡыҙыл көртмәле, магнолия, виноград, ҡарбуз, ҡауын һәм башҡа емеш-еләктәр, йәшелсәләр үҫә”, – тип һөйләп үтте Фәриҙә Ғәлийән ҡыҙы. Улар  хатта Башҡортостан юлдаш телеканалының “Бай баҡса” тапшырыуы геройҙары ла булған икән.

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тип, һәр мәлдең ҡәҙерен белеп йәшәгән Фәриҙә апай ҡышҡылыҡҡа һәр төрлө ҡайнатмаларҙы, турамаларҙы күпләп әҙерләй, төрлө тәм менән ҡорот та эшләй. Бөгөн ул һеҙҙең иғтибарға бер нисә рецепт тәҡдим итә.

Еләк менән ҡарағаттан ҡайнатма

Иң тәүҙә еләкте ит турағыс аша үткәреп, 1:1 нисбәттә шәкәр һалып ҡайнатып алабыҙ. Ошо массаға йыуып киптерелгән ҡарағатты бөтәү килеш һалабыҙ ҙа тағы бер аҙ ҡайнатып алабыҙ. Бик үҙенсәлекле, тәмле ҡайнатма килеп сыға.

Крыжовниктан шәп тәмлекәс!

Крыжовникка банан, грек сәтләүеге ҡушып ҡайнатһаң, бигерәк тәмле була. Шәкәр 1:1 нисбәтендә, емештәр һәм сәтләүек сама менән алына. Бананды турарға, сәтләүекте полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, өҫтөнән туҡмас таяғы менән йөрөтөп ваҡларға. Йыуып әҙерләнгән крыжовникты ҡушып, бишәр минуттан өс тапҡыр ҡайнатып алырға.

Ике төрлө еләктән

Өс килограмм баҡса еләген таҙартып, йыуып, таҙа таҫтамалға (салфеткаға) һалып ҡуябыҙ. Бер аҙ кипкәс, ит турағыс аша үткәрәбеҙ һәм 4,5 килограмм шәкәр һалып, биш минут ҡайнатабыҙ. Ошо массаға  таҙартылған ике килограмм ер еләген һалып, тағы биш минут ҡайнатабыҙ ҙа уттан алабыҙ. Өҫтөнә сыҡҡан күперекте мин бер ваҡытта ла алмайым, варенье һыуынғансы ипләп кенә бер нисә мәртәбә болғап алһаң, күперек бөтә. Ҡайнатма һыуынғас, тағы биш минут ҡайнатабыҙ, шулай өс тапҡыр эшләйбеҙ. Ҡуйы ғына, иҫ киткес тәмле, еләк еҫтәре аңҡып торған ҡайнатма килеп сыға. Әйткәндәй, ҡайнатмаларҙы һыуынғас ҡына банкаларға һалам, өҫтө күгәрмәһен өсөн иретеп май ҡоям.

Ҡаҡ эшләү

Ҡаҡ эшләү бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай: таҙа итеп йыуылған еләк-емеште, мәҫәлән, ҡара ҡарағатты, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Саҡ ҡына шәкәр һалырға мөмкин, мин һалмайым. Батмусты ҡаймаҡ менән майлап ебәрәбеҙ ҙә ҡатнашманы йәйеп киптерәбез.

Ирәүәндән джем

Ирәүән һабаҡтарының тышын әрсеп, саҡ ҡына һыу ҡойоп, 1:1 нисбәтендә шәкәр һалып ҡайнатабыҙ. Килеп сыҡҡан массаны блендер менән иҙәбеҙ. Төҫөн матур булһын тиһәгеҙ, еләк, сейә йәки әҙ генә күрәгә өҫтәргә мөмкин.

Фото: Ф. Сәлимйәнованың шәхси архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: