Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
28 Июль 2021, 12:00

Баҡсаһында 60 төрлө сәскә үҫә

Гәзитебеҙ үткәргән "Шәп баҡсасы" конкурсына Октябрьский ҡалаһынан ике конкурсантты һайлап алдыҡ. Ул төбәктән дәғүәселәр бер тиҫтәнән артҡан ине. Баҡһаң, ҡаланың баҡсасылары бик әүҙем, конкурс тураһында мәғлүмәтте бер-береһенә хәбәр итеп, дәррәү ҡатнашырға булғандар. 

Баҡсаһында 60 төрлө сәскә үҫә
Баҡсаһында 60 төрлө сәскә үҫә

Тәнзилә менән Нурислам Ғариповтар Октябрьский ҡалаһында йәшәй. Егерме йыл баҡса менән шөғөлләнәләр. Хаҡлы ялға сығыу менән баҡса эшенә ныҡлап тотоналар. Нурислам ағай барлыҡ нығытмалар, фонтандарҙы үҙе эшләй. Тәнзилә апай быйыл 60 төрлө сәскә ултыртҡан, помидорҙар, ҡыярҙар үҫтерергә ярата. Шулай ҙа уны иң ҡыҙыҡтырғаны – ҡауын менән ҡарбуз үҫтереү.

Быйыл Ғариповтар манго тәмендәге ҡауын ултыртып, ейән-ейәнсәрҙәрен һыйлаған. Ҡарбуз, ҡауын уларҙың баҡсаларында ҙур урын биләй. Тәнзилә апай хуш еҫле еләктәрҙе йәй дауамында иң яҡындарына күберәк ашатып ҡалырға тырыша.

Нурислам ағайҙың иһә ҡулынан килмәгән эше юҡ. Йорттарындағы бар йыһаз уның оҫта ҡулы менән эшләнгән. Баҡсаларындағы ял итеү урыны, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн уңайлы һәм йәйҙе үткәреүгә күңелле булһын өсөн олатай кеше барыһын да эшләгән.

Октябрьский ҡалаһынан тағы бер ҡатнашыусыбыҙ – Зөлфиә Сәмиғуллина. Ул ҡалалағы “Йәшел донъя” тип исемләнгән органик ер эшкәртеү һәм һау тормош алып барыу клубы етәксеһе. Зөлфиә ханым баҡсасыларҙы берләштереп, кәңәштәр бирә, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булдырған.

- Пандемия башланғанға тиклем клубтың ултырыштарын аҙна һайын үткәрә инек. Хәҙер онлайн форматҡа күстек. Лекциялар, оҫталыҡ дәрестәрен, иң матур баҡсаларға экскурсияларҙы, республика питомниктарына сәйәхәттәрҙе йыш ойошторҙоҡ. Ҡалала үткәрелгән бөтөн сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ, - тип һөйләй Зөлфиә ханым.

 

Фотолар: конкурсанттарҙың шәхси архивынан. 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: