Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
28 Июль 2021, 11:00

Һеҙҙә муйыл уңдымы?

Емештәрен йыйып алыу менән ит турағыстан үткәреп, шәкәр менән бутап ултыртһаң да яҡшы һаҡлана. Шулай уҡ башҡа кәңәштәр...

Һеҙҙә муйыл уңдымы?
Һеҙҙә муйыл уңдымы?
Урман-ҡырҙарҙа емеш-еләк өлгөрә. Быйыл йыл ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, күп урындарҙа муйыл уңған. Ул инде тәмләнеп тә өлгөрҙө. 
 
Халҡыбыҙ муйылдың ҡайырыһын, сәскәһен, емештәрен дауа итеп файҙаланған. Ҡайырыһы тән тиреһенә сыҡҡан төрлө сабыртмаларға ҡаршы ҡулланыла, теш һыҙлауын баҫа. Төнәтелгән япраҡтарын быуындарға ябып, һыҙланыуҙан ҡотолорға мөмкин.
 
Йөрәк, ашҡаҙан, үт юлы ауырыуҙарынан да муйыл ҡайырыһы, япраҡтары, сәскәләре файҙалы.
 
Емештәрен киптереп, боронғо таш тирмән, йәки хәҙерге ҡәһүә онтағыс менән он рәүешенә килтереп, төрлө ризыҡтар, ҡамыр аштары әҙерләгәндә ҡулланалар. Емештәрен йыйып алыу менән ит турағыстан үткәреп, шәкәр менән бутап ултыртһаң да яҡшы һаҡлана. Ҡорот, эремсек кеүек һөт ризыҡтарына ит турағыстан үткәрелгән муйыл ҡушһаң (сама менән 1:1), бик тәмле ризыҡ килеп сыға. 
 
Муйылдың сәскәһе лә, емеше лә эс китеүҙән файҙалы. Тик сама белеп ҡулланырға кәрәк.
 
 
Фото: medistok.ru
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: