Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
29 Июль 2021, 09:00

Кишерҙе аҙ үҫтерәбеҙме?

Башҡортостанда күпселек аҙыҡ-түлеккә йәнә хаҡ артҡан, тип хәбәр итте республиканың статистика хеҙмәте.

Кишерҙе аҙ үҫтерәбеҙме?
Кишерҙе аҙ үҫтерәбеҙме?

Бер аҙнала яңы өлгөргән ҡыяр һәм аҡ күсәнле кәбеҫтә 4,9 һәм 4,2 процентҡа ҡиммәтләнгән. Хәҙер республикала бер килограмм ҡыярҙың уртаса хаҡы – 56, кәбеҫтәнеке 40 һум тора.

Алма, һыйыр ите, ҡара сәй, шәкәр, бойҙай икмәге, тауыҡ, он, йомортҡа, тары ярмаһы, эремсек, тоҙ, туңдырылған балыҡ, печенье, аҡ май, шоколадлы кәнфит, ҡаймаҡ, шымартылған дөгө, сосиска, сарделька, һарыҡ ите, макарон, маргарин һәм балалар өсөн ит консерваларына ла хаҡ 0,2 – 2,4 процентҡа артҡан.

Бер аҙна эсендә арыш һәм арыш-бойҙай ононан бешерелгән икмәктең генә хаҡы үҙгәрмәгән – бер килограмы уртаса 57 һум тора.

Киреһенсә, кишер 6,7 процентҡа арзанайған, бер килограмы уртаса 86 һумға төшә.

Республикала бер аҙнала пастеризацияланған һөт, үҫемлек майы, ҡарабойҙай, йәшелсә һәм емеш-еләк консервалары, шулай уҡ колбаса, сыр, сусҡа ите, балалар өсөн ҡоро һөт ҡатышмалары, вермишель, башлы һуған, картуф, помидор 0,1 – 5,1 процентҡа осһоҙланған, тип йомғаҡ яһанылар Башстатта.

Статистика мәғлүмәте бер. Баҙарға барып ҡараһаң, хаҡтарҙың төрлөлөгөнә аптырарһың: урамда бер хаҡҡа һатылған аҙыҡ-түлектең хаҡы баҙарға инеү менән ике-өс тапҡырға артып китеүе ихтимал. Ә иң ҡыҙығы, билдәле, аҙым һайын урынлашҡан магазиндарға инһәң башлана: банан хаҡы – 59, кишерҙеке - 86 һум. Был ни хәл? Кишерҙе аҙыраҡ ултыртабыҙмы? Булмаҫ. Ҡыҙыҡ өсөн генә Авито белдереүҙәр сайтына инеп сығырға була. Кишерҙе төрлө өлкәләрҙән тонналап һаталар. Йыуылғаны ла, йыуылмағаны ла, тоҡтарға тултырылғаны ла, йәшниккә һалынғаны ла бар. Уртаса хаҡы – килоһына 9 – 15 һум. Тимәк, ысынбарлыҡта кишерҙең хаҡы шул уҡ. Тик ниңә уны магазин, баҙарҙарҙа 100 һумға һата башланылар? Бында бары тик баҙар ҡанундары өҫтөнлөк итә. Тауарҙы күпмегә һатып алырға ризалар, шул хаҡҡа “осоралар”.

Аграрийҙар иһә мәсьәләне икенсерәк аңлата: 2020 йылда күпселек хужалыҡтарҙа кишерҙең уңышы маҡтанырлыҡ булмай. Уны күпләп етештергән Краснодарҙа ямғырҙар уңышты йыуа. Иртә килгән ҡыш һәм бер айға иртәрәк килгән яҙ шулай уҡ уңыштың сифатын һәм күләмен кәметә. Шуға ла әлегә магазин кәштәләренә үҙебеҙҙең кишерҙе сығарыу мөмкинлеге юҡ. Израилдә етештерелгәндең хаҡы юғары, бынан тыш, ул һатып алыусылар араһында һорау менән файҙаланмай.

Яңы уңыш өлгөрөү менән борщтың хаҡы элекке кимәлгә төшәсәк, ти белгестәр. Ваҡыт күрһәтер.

Ә һеҙ кишерҙе һатып алаһығыҙмы, әллә үҙегеҙ үҫтерәһегеҙме?

Фото: larastock.com

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: