Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
30 Июль 2021, 12:26

Ихаталары йәннәт кеүек

Иҫке Балтас ауылында ғүмер итеүсе хеҙмәт ветерандары Флидә менән Хәлимулла Ғәлләмшиндар баҡсаһында быйылғы йәйҙә, йәғни ҡоролоҡ шарттарында ла йәшелсә, еләк-емеш уңышы менән һөйөндөрә.

Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, көноҙоно хәрә­кәттә улар. Баҡсасылыҡ – икеһенең дә яратҡан шөғөлө.

– Ҡыярҙы май айы башынан ҡулланабыҙ инде. Теплицаға йыл һайын “апрельский” һәм “зозуля” тигән сорттарҙы ултыртабыҙ. Быйыл үҙебеҙ, балалар ашап туйғас, күршеләргә, туған­дарға, таныштарға, дуҫтарға өләшәбеҙ, – тип йылмая хужалар.

…Хәлимулла Хәбибулла улы – егерме йыл район эске эштәр бүлегендә, егерме йыл “Строитель” механизация­ланған күсмә колоннала база мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға китә. Флидә Нуриәхмәт ҡыҙы шул уҡ колоннала ун йыл ташсы була, кейәүгә сығып, ике бала әсәһе булғас, Йоматау ауыл хужалығы техникумында ситтән тороп бухгалтер һөнәрен үҙләштерә һәм утыҙ йылдан ашыу баш бухгалтер урынбаҫары булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Өс ул тәрбиәләп үҫтергән өлкән Ғәлләмшиндарҙың 95 йылға тиң хеҙмәт стажы бар. Өс улдары күптән башлы-күҙле, үҙ тормоштарын ҡороп йәшәйҙәр. Үҙҙәре ул һәм ҡыҙҙар үҫтерәләр. Рудалдәре Санкт-Петербургта төҙөлөштә эшләй, Руслан менән Илшаттары Иҫке Балтаста төпләнгән, шәхси эшҡыуарҙар. Һәр улдарында берәр ҡыҙ һәм берәр малай, алты ейән-ейәнсәр­ҙәренең ҡыуанысынан көс, дәрт алып йәшәй өлкән Ғәлләмшиндар.

– Русландың улы Рөстәм Өфө дәүләт нефть техник университетына магистратураға керергә тырыша, Илшаттың улы Өфөлә нефть колледжын тамамланы, – тип ейәндәре хаҡында ғорурланып һөйләй Хәлимулла ағай.

Ғәлләмшиндарҙың төҙөк, ҡараулы йорто йыраҡтан уҡ уңған, тырыш хужалар йәшәгәнлеген күрһәтеп тора. Өй ҡаршыһындағы бәләкәй баҡсала иртә яҙҙан ләлә, аҡ нәркәс, крокус, ҡәнәфер күҙҙәрҙе иркәләп, ҡыуаныс арттырып үҫә, уларға алмашҡа пиондар таждарын асып, әйләнә-тирәгә хуш еҫтәрен өҫтәй. Әле бында күҙ яуын алырлыҡ лилиәләр, петуниялар “хужа” булып ултыра. Уларға алмашҡа аллы-гөллө астралар өлгөрә. Ә Ғәлләмшиндарҙың йорт яны баҡсаһы ысын мәғәнәһендә гөлдәр батшалығын хәтер­ләтә. Ун алты сутый майҙа­нының ун сутыйын бәрәңге түтәлдәре биләй. Түтәлдәрҙә, шәм яндырып эҙләһәң дә, бер бөртөк сүп үләне таба алмаҫһың. Ҡалған майҙанда аҙбар, мунса, гараж һәм йәшелсә, еләк-емеш баҡсаһы урынлашҡан. Дүрт төп “изабелла” сортлы виноград йыл һайын мул уңышы менән һөйөндөрә. Быйылғы ҡоролоҡ шарттарында ла тәлгәштәре тулышып килә. Уның емеше­нән йыл һайын бик тәмле компот әҙерләй Ғәлләмшиндар. “Ейән-ейәнсәрҙәр бик яратып эсә”, – ти Хәлимулла ағай. Йәшел төҫтәге ҡарағат була тип әйтһәләр, ышанмаҫ инем, Хәлимулла ағай усына йыйып йүгертеп алып килеп тәмләткәс, ышандым. Йәшел ҡарағаттың татлы, баллы тәме әле лә тел төбөмдә. Ҡара, аҡ, ҡыҙыл, ал ҡарағаттың уңышын йыйып бөтөргә өлгөрмәгән әле уңған баҡсасылар. Крыжовник, сейә, дүрт төп алма уңышын да ваҡытында йыйып, эшкәртеп кенә өлгөр!

Сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ Ғәлләмшиндар баҡса­һында.

– Башҡа йылдарҙа үҫентеләрҙе өйҙә үҫтереп сығара торған инем. Быйыл сәс­кәләрҙе кәметтек, – ти Флидә Нуриәхмәт ҡыҙы.

Мальва, күп төрлө лилиә, бәрхәт, аҡ сәскә, миләүшә, петуния, лаватера һәм башҡа сәскәләр ысын батшалыҡ хасил итә. Йәшелсәгә килгәндә, һарымһаҡ, һуған уңышын йыйып алғайны инде хужалар.

– Һарымһаҡ түтәленә баҡса еләге үҫентеләрен айырабыҙ. Ерҙе шуға әҙер­ләйбеҙ. Һарымһаҡтан һуң шул ергә еләк ултыртһаң, отаһың, – ти тәжрибәле баҡсасы Хәлимулла ағай.

Ҡыярҙы түтәлгә лә ултыртҡан Ғәлләмшиндар.

– Ситтә йәшәгән улыбыҙ ғаиләһе менән ҡайтырға тейеш. Улар ҡайтыуға өлгөрһөн өсөн сәстек быларын, – тине Флидә апай һәм баҡса буйлап сәйәхәт иткәндә “ер өҫтө”нә ултыртҡан ҡыяр түтәлен күрһәтте.

Ҡабаҡ, сөгөлдөр һәм башҡа йәшелсә лә, үҙ урынын алып, тыныс ҡына үҫә Ғәлләмшиндар баҡсаһында. Помидорҙары ла алланып килә.

Асыҡ йөҙлө, татлы телле, уңған, матурлыҡҡа ынтылып, булғанын өләшеп, тормоштан ҡыуаныс табып йәшәгән Флидә менән Хәлимулла Ғәлләмшиндар йортонан яңы көс, дәрт, үҙемә бер тәжрибә алып һөйөнөп сыҡтым. Һоҡланғыс тормоштарына күҙ теймәһен, был йорттоң ҡото һис ҡасан һүнмәһен, хужаларҙың дәрте һүрелмәһен!

 - Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

Читайте нас: