Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
30 Июль 2021, 12:28

Сәскәләргә күмелеп йәшәй

Алты йыл элек ире менән Мәләүездән тыуған ауылына күсеп ҡайтҡан Асия Ғәбитова ата-әсәһенең оҙаҡ йылдар ҡаралмай ятҡан еренә йән өргән, өй янында бер буш урынды ла сарыф итмәй, емеш ағастары, йәшелсә, сәскәләр ултыртҡан.

Ул виноград, ҡарағат, еләк, алма, күгән, ағас еләге, һырғанаҡ, слива, крыжовник, ҡара миләш кеүек ағас-ҡыуаҡтарҙы емеше өсөн үҫтерһә, өй алдындағы ҡыҙыл миләште матурлыҡ өсөн ултыртҡан.

Сөм-ҡара ерҙә тигеҙ генә рәткә теҙелгән һуғандар, ҡупшы ғына буй еткереп килгән ҡарбуз, помидор, ҡыяр һәм башҡа йәшелсә хужабикәнең уңғанлығын тағы бер ҡат дәлилләй.

Сәскә, гөл үҫтерергә лә ярата Асия Нәбиулла ҡыҙы. Георгин, флокс, лилиә, дельфиниум, ҡәнәфер, астра, сентябрина, бальзамин, петуния, ирис, ләлә һәм башҡа сәскәләр баҡсаһын биҙәй, ә тәҙрә төптәрен бегония, тамсы гөлө, глоксиния, цикламен һәм башҡа төрлө гөлдәр йәмләй.

Асия Нәбиулла ҡыҙының үҫемлектәргә ҡарата һөйөүе юҡтан түгел икән – 17 йыл үҫемлектәрҙе һаҡлау биолабораторияһында иген культуралары өсөн биопрепараттар етештереү, трихограммалар үрсетеү буйынса лаборант булып эшләгән. Агроном дуҫтары менән дә аралашып, тәжрибә уртаҡлашалар, үҫентеләре менән дә алмашалар.

 - Гөлүзә ХАФИЗОВА.

Бөрйән районы.

Читайте нас: