

Августа уртаса тәүлек температураһы тирбәлеше арта, ысыҡ көсәйә, ямғыр һыуҙары ла тиҙ килмәй, көндәр ҡыҫҡара.
Шунлыҡтан үҫемлектәрҙе бәшмәк сире баҫа башлай.
Йәй аҙағында һәм көҙ башында үҫемлектәр төрлө ауырыуҙарға бирешә, айырыуса яҙҙан иҫкәртеү саралары күрелмәгән булһа. Бигерәк тә помидор һәм ҡыяр кеүек наҙлы культураларҙың хәле ҡатмарлаша.
Артыҡ дым менән көрәшеү өсөн йылытмаларға көнкүреш елләткестәре ҡуялар, ишек-тәҙрәләрҙе йышыраҡ асалар.
Августа үҫемлектәргә тик иртән генә һыу һибәләр, помидорға 10 көнгә бер тапҡыр һибеү етә. Һалҡынса, дымлы көндәрҙә бының кәрәге юҡ. Йәшелсә төптәрен йомшартыу йә ваҡланған сүп үләне, серегән бысҡы вағы, өлгөрөп етмәгән компост ҡатламы менән ҡаплап ҡуйыу яҡшы. Көндәр һалҡынса булһа, мульча түшәлгән түтәл өҫтөнә аҡ агротекст йәйеп ҡуйыу ҙа ҡамасауламаҫ. Ул тупраҡты йылыта. Тупраҡта йәшәгән сир бәшмәктәре бындай “тун” аҫтынан сыға алмай.
Ҡыярға һыуҙы йышыраҡ һибергә кәрәк, кәм тигәндә ике-өс көнгә бер тапҡыр, һибә торған һыуға (помидорға ла, ҡыярға ла) органик-минераль ашламалар -“Гуми-Оми Калий” һәм “Гуми-Оми Фосфор” – өҫтәргә тәҡдим ителә, улар үҫемлектәрҙең ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра һәм йәшелсәләрҙең тәмен яҡшырта. Туҡландырыуҙа азот ҡулланмаҫҡа кәрәк, сөнки ул вегетатив массаның үҫешен көсәйтә һәм уңышта нитраттарҙы арттыра.
Помидор менән ҡыярға зарар килтерерлек ауырыуҙар күп, улар менән көрәш даими алып барылһа, үҫемлектәрҙе һаҡлау мөмкинлеге арта. Былтыр ыңғай һөҙөмтә биргән химикаттар быйыл файҙаһыҙ булырға мөмкин, өҫтәүенә, йәшелсә өлгөргән мәлдә уларҙы ҡулланмау яҡшы. Сирҙәргә ҡаршы биопрепараттар ҡулланыу отошло: улар ауырыуҙарҙың аныҡ төрҙәренә генә тәьҫир итә, кешегә һәм мал-тыуарға зарарһыҙ; үҫемлектә тупланмайҙар, шуға уңыш экологик яҡтан таҙа була. Биопрепараттар тәбиғәттә йәшәгән микроорганизмдар нигеҙендә эшләнә, шуға тирә-яҡ мөхит өсөн дә зарарһыҙ. Иң мөһиме – ауырыу тыуҙырыусылар был препараттарға күнекмәгәнлектән, уларҙы йылдан-йыл даими ҡулланырға мөмкин.
Ҡайһы бер ауырыуҙар йылдам үҫешә, бер нисә көн эсендә үҫемлекте “яндыра”. Айырыуса паслен культураларын – помидор, картуф, борос, баклажан, физалисты юҡ итеүселәр етеҙ эш итә.
Ауырыуҙың тәүге билдәләре картуфта күренә, сөнки бүлбеләрҙә фитофтора ҡыш көнө лә һаҡлана. Башта көрән түңәрәк таптар ҙур булмай, әммә улар бик тиҙ ҙурая, ә бер аҙнанан картуфлыҡ үртәлгән кеүек була: үҫемлектәр көрәнәйә һәм ҡорой.
“Фитоспорин” ауырыуҙарҙан һөҙөмтәле сара тип табылған, уның менән үҫемлектәрҙе орлоҡ сағынан уҡ эшкәртә башлау мөһим.
Юлия КОНДРАТЬЕВА,
фитопатология һәм микроорганизмдар селекцияһы лабораторияһы мөдире.
фото: https://prostayaferma.ru/fitoftora-na-pomidorah-kak-borotsa-narodnye-sredstva-opryskivanie-2/