Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
6 Август 2021, 12:48

Һарымһаҡ та ҡороно ярата

Һарымһаҡты июль-август айҙарында йыйып алалар.

Ул тупраҡҡа тәрән үтеп ингән була, шуға ла шалҡан кеүек тартып сығарырға тырышмағыҙ, ә көрәк менән ҡаҙығыҙ. Ҡыяғын, әгәр ҡороп бөтмәгән икән, төбөнән 5 – 10 сантиметр тирәһе ҡалдырып киҫергә кәрәк. Тамырҙарын да 5 – 10 миллиметрҙан ҡырҡып ташлағыҙ.

Ҡаҙып алғас, һарымһаҡты, бер аҙ түтәл өҫтөндә ятҡырып, ҡояшта киптерергә мөмкин. Артабан иһә тупрағын яҡшылап ҡағып төшөрөп, ҡыйыҡ аҫтында, ҡоро урында һаҡларға ярай. Унышарын бергә бәйләп, сөйгә элеп сыҡһаң, бигерәк тә шәп.

Читайте нас: