Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
6 Август 2021, 12:47

Һуғанды дөрөҫ киптерегеҙ

Йәй аҙағы ныҡ ямғырлы булғанға күрә һуғанды һаҡлауға әҙерләгәндә иғтибарлылыҡ кәрәк. Иң мөһиме – был йәшелсәне дөрөҫ киптереү. Йыйып алғас, һуғандың ҡыяҡтарын шунда уҡ өҙөп ташламағыҙ, ике аҙна тирәһе ҡыйыҡ аҫтында шул килеш ятҡырып алығыҙ. Әгәр ҡыяҡтары ныҡ булһа, йәшелсәгеҙ ҡышҡа әҙер, тиергә мөмкин. Ә инде йолҡоноусан, төбө дымлы икән, әлеге һуған оҙаҡҡа бармаҫ.

Ҡыяҡһыҙ килеш һаҡлау өсөн һуғанды башынан ике-өс сантиметр ҡалдырып киҫәһең дә тишекле ҡумтаға һалаһың. Шул көйөнсә ул тышта, күләгәлә көндәр һалҡынайтҡансы тора. Ваҡыты-ваҡыты менән һуғандарҙы әйләндергеләп, сирлеләрен алып ташлап торорға кәрәк. Ныҡлап һалҡын төшә башлар алдынан ғына соланға, унан һуң ҡоро баҙға урынлаштыраһың.

Һуған йылдың-йылы сереһә, сирләһә, уның вағыраҡ орлоғон (диаметры бер сантиметрҙан бәләкәйерәк) түтәлгә көҙҙән үк сәсеп ҡарағыҙ. Улай иткән хәлдә йәшелсәгеҙ яҙғыһын иртә шытып сығасаҡ, ваҡ булғас, орлоҡланыу өсөн ҡалын ҡыяҡ та ебәрмәйәсәк. Көҙҙән сәсеү өсөн ҡар ҡатламы ҡалын булырлыҡ урын һайлана һәм түтәлдең өҫтө юнышҡы йә һалам менән ябып ҡуйыла.

Ҡышты яҡшы үткәргән һуғандар ауырымаҫ, ҡар һыуына ла туйынып ҡалыр, оҙаҡ үҫкәс, баштары ла эрерәк булыр.

Читайте нас: