Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
6 Август 2021, 12:50

Һыуытҡысҡа ҡуйыу мотлаҡмы?

* Ҡайнатмалар, тоҙланған һәм ыҫланған аҙыҡтар бүлмә йылылығында ла һәйбәт һаҡлана. Картуфты ла һыуытҡысҡа ҡуйыу кәрәкмәй.

* Ҡабаҡты, ҡауынды, баклажанды һыуытҡыста тотоуҙың да файҙаһы юҡ. Әгәр ҙә тышы сыйылмаған, уйылмаған икән, улар ҡышын да йылы урында боҙолмай ятыр. Ҡабаҡтың хатта яҙға тиклем яҡшы һаҡланыуы мөмкин.

* Баклажанды оҙаҡ һаҡларға теләһәгеҙ, әммә консерваларға ваҡытығыҙ етмәһә, уны нәҙек итеп ҡырҡҡылап, бәшмәк кеүек епкә теҙеп, элеп ҡуйып киптерергә була.

* Япраҡлы салатты иң тәүҙә йылымыс һыуҙа сайҡатаһың һәм, полиэтилен тоҡсайға һалып, туңдырғысҡа һаҡларға ҡуяһың.

* Тропик емештәрҙе, мәҫәлән, ананасты, бананды, кивины, мангоны бөтөнләй һыуытҡысҡа ҡуймағыҙ. Гранатҡа ла һалҡын килешмәй. Иң һәйбәте – бер нисә ҡат ҡағыҙға төрөп, ҡоро урында, бүлмә йылылығында һаҡлау.

* Виноград һыуытҡыста ла, бүлмәлә лә тиҙ генә боҙолоп, һоро төҫкә инә, шуға уны һаҡлар өсөн һатып алмағыҙ.

Читайте нас: