Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
7 Август 2021, 08:00

Гөл япрағын нисек таҙартырға?

Фиккус, диффенбахия кеүек эре, ҡалын япраҡлы гөлдәр үҫтерһәгеҙ, уларҙы даими рәүештә япраҡтарын таҙартып торорға кәрәк.

Гөл япрағын нисек таҙартырға?
Гөл япрағын нисек таҙартырға?

Күптәрҙең йортонда эре һәм ҡалын япраҡлы гөлдәр үҫеүенә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Тәү ҡарашҡа улар бик матур күренә, әммә уларҙы ла даими рәүештә тәрбиәләп тороу талап ителә. Күптәр гөлдәргә һыу ҡойоу менән эш бөтә тип уйлаһа, тәрән яңылыша. Гөл япраҡтарын таҙартып тороу өсөн магазиндарҙа махсус полироль йәки спрейҙар һатыла. Улар япраҡтарҙы ялтырата, паразиттарҙан да һаҡлай, әммә бик ҡиммәт тора.

Шуға күрә гөл япраҡтарын ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән дә таҙартырға мөмкин. 150 мл һыуға бер төймә гәрәбә кислотаһы (янтарная кислота) һалырға, ул бер аҙ ултырғас, ошоноң менән япраҡтарҙы һөртөп алыу ҙа етә. Ул үҫемлекте лә дауалай. Орхидея сәскәһенең япрағын банан ҡабығының эске яғы менән һөртөргә мөмкин.

Эре япраҡлы гөлдәрҙең япраҡтарын таҙартып алһағыҙ, йортоғоҙҙағы һауа ла яҡшырып китер, кәйефегеҙ ҙә күтәрелер.

Фото: flowertimes.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: