Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
10 Август 2021, 20:00

Нурсиләнең ҡарбуздары уңған!

Күптәр ҡоролоҡ булды, кишер-һуған үҫмәне, тип зарланған ваҡытта Түбәнге Төкөн ауылында йәшәгән Нурсилә Ҡаһированың хатта, ҡарбуз һәм ҡауындары ла өлгөргән. Хужабикәнән уны үҫтереү серҙәре хаҡында уртаҡлашыуын һораныҡ.

Нурсиләнең ҡарбуздары уңған!
Нурсиләнең ҡарбуздары уңған!

Барса емеш-еләк өлгөргән йомарт август айына ла аяҡ баҫтыҡ. Күптәр ҡоролоҡ булды, кишер-һуған үҫмәне, тип зарланған ваҡытта Түбәнге Төкөн ауылында йәшәгән Нурсилә Ҡаһированың хатта, ҡарбуз һәм ҡауындары ла өлгөргән. Уңған хужабикәнең картуф баҡсаһында көньяҡ емештәре тәгәрәп ята. Беҙ ҙә ауыҙ итеп ҡараныҡ, үҙебеҙҙә үҫкән ҡарбуздың тәмлелеге иҫ киткес, тышы ла ҡалын да, ҡаты ла түгел. Хужабикәнән уны үҫтереү серҙәре хаҡында уртаҡлашыуын һораныҡ.

 

"Баҡсамда ҡарбуз-ҡауын үҫтергәнгә егерме йыл тирәһе була инде. Бер йылды ҡауын күпләп үҫкәс, магазинға ла ҡуйып һаттырҙым. Алырға теләүселәр күп булды. Ҡайһы бер йылды орлоҡтарын үҙем әҙерләйем, быйыл һатып алырға ғына тура килде. Ҡауындың “Колхозница”, ҡарбуздың “Огонек” сорттарын алырға тырышам.


Йыл ҡоро булғас, көньяҡ емештәрен үҫтереү өсөн бигерәк тә ҡулай булды. Был емештәргә һыуҙы ла күпләп һибергә кәрәкмәй. Сәскә атҡансы ғына ҡояһың да, аҙаҡ һипмәһәң дә ярай. Артыҡ бер ниндәй ҙә тәрбиә кәрәкмәй. Көндәр һыуыта башлаһа, өйгә индереп ҡуйһаң, өлгөрөп етә ул.


Ҡайһы берәүҙәр теплицаларында үҫтерә, улай бигерәк тә уңайлы инде. Бер генә температурала тиҙ һәм тигеҙ үҫеп өлгөрәләр. Һабаҡтарын үрмәләткәндән һуң, ҡауын-ҡарбуздар өҙөлөп төшмәһендәр өсөн махсус ҡулайламалар менән бәйләп тә ҡуялар. Мин инде иң ябай ысул менән үҫтерәм. Ғаиләмде, туғандарымды татлы емеш менән һыйлай алыуыма шатмын - тип уртаҡлаша Нурсилә Иршат ҡыҙы.


Ғөмүмән, Нурсилә һәм Рәсих Ҡаһировтар барса ауыл халҡы кеүек тырышып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, йәшелсә-емеш үҫтерә. Һөт ағынан ҡаймағын, эремсек-ҡатығын да эшкәртә уңған хужабикә. Йәшелсә-емештәрҙән ҡайнатмалар, компоттар, турамалар әҙерләргә лә, ҡамыр аштарына ла бик оҫта икән. Үҙең әҙерләгән тәбиғи ризыҡтарҙы бер ниндәй ҙә магазин аҙыҡ-түлеге алмаштыра алмай, - ти ул.


Ғаилә башлығы ҡышҡылыҡҡа етерлек малға етерлек бесәнде үҙенең тракторында әҙерләгән. Ярты ырҙын тултырып ҡабаҡ та сәскәндәр. Ҡабаҡ – үҙебеҙ өсөн дә файҙалы, эре малға, ҡаҙға ашатырға ла бик яҡшы, ти Ҡаһировтар.


Нурсилә Ришат ҡыҙы мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләһә, тормош иптәше шунда уҡ эшен башҡара. Ике улдары ла Өфөлә эшләйҙәр. Ҡыҙҙары Илүзә Стәрлетамаҡ технологик техникумын тамамлаған. Уҙған йыл улдарын өйләндереп, өләсәй-олатай булыу бәхетен дә татығандар.


Бына шулай, тырышып донъя көтһәң ауылда ла тормош йәмле лә, тәмле лә.


Гөлсәсәк Бикҡужина.


Фәниә Сәлимгәрәева фотоһы.

 

сығанаҡ: https://dairagazite.ru/articles/novosti/2021-08-07/nursil-ne-arbuzdary-u-an-2452995

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: