Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
13 Август 2021, 10:00

Помидор менән бешерелгән ҡабаҡ

Быйыл ҡабаҡ ныҡ уңды, ти хужабикәләр. Тәмле лә, файҙалы ла был йәшелсәнән төрләндереп тел йоторлоҡ ризыҡ та әҙерләй улар. Рецептарҙың береһен тәҡдим итәбеҙ.

Помидор менән бешерелгән ҡабаҡ
Помидор менән бешерелгән ҡабаҡ

Быйыл ҡабаҡ ныҡ уңды, ти егәрле хужабикәләр. Тәмле лә, файҙалы ла был йәшелсәнән төрләндереп тел йоторлоҡ ризыҡ та әҙерләй улар. Рецептарҙың береһен тәҡдим итәбеҙ.

Беҙгә кәрәк:
бер-ике уртаса помидор,
200-250 грамм ҡабаҡ,
бер болгар боросо,
20 грамм ҡаймаҡ,
2,5 ҡалаҡ һөт,
бер йомортҡа,
25-30 грамм ҡаты сыр,
тәмләткестәр - тоҙ, ваҡланған ҡара борос.

Әҙерләү:
1.Ҡабаҡты 0,5 см ҡалынлығында түңәрәкләп ҡырҡырға.
2. Орлоҡтарынан таҙартылған болгар боросон, помидорҙы шулай уҡ түңәрәкләп ҡырҡырға ла, йәшелсәләрҙең барыһын да бешерә торған һауытҡа сиратлап вертикаль рәүештә теҙергә.
3. Йәшелсәләрҙе тоҙлап, борослап, йәшел ҡыяҡлы үләндәр һибеп, өҫтөнә ҡаймаҡ һыларға.
4. Йомортҡаға һөт ҡойоп, тоҙ һәм әҙерәк борос өҫтәп, яҡшылап туҡырға.
5. Һауыттағы йәшелсәләр өҫтөнә ваҡ итеп ҡырылған сыр һибеп, өҫтөнә һөтлө-йомортҡалы ҡушылманы ҡойорға.
6. Артабан уны 180 градусҡаса эҫетелгән мейестә 30-35 минут бешерергә.
Әҙер булған помидорлы ҡабаҡты табынға эҫе көйөнсә ҡаймаҡ йә башҡа төрлө соус менән бирергә була.

Фото: ok.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: