Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
14 Август 2021, 08:30

Көнбағыш майында тоҙланған помидор

Һыналған һәм ышаныслы ысул, ти Өфө ҡалаһында йәшәүсе ханым.

Көнбағыш майында тоҙланған помидор
Көнбағыш майында тоҙланған помидор

"Йыл да ошондай алым менән күпләп помидор консервалайым. Иремә лә, улдарыма ла бик оҡшай. Өҫтәмә аҙыҡ булараҡ та, үҙен генә лә ашарға мөмкин, ныҡ тәмле килеп сыға", – ти Өфө ҡалаһында йәшәгән уңған хужабикә Зөлфирә Заһитова.

– Мин, ғәҙәттә, бер литрлыҡ банкаларҙы ҡулланам. Шул дәүмәл өсөн 0,7 кг помидор, бер баш һарымһаҡ, бер бөртөк әсе борос, бер тотам петрушка, бер керән япрағы, бер укроп башы, ике лавр япрағы, биш бөртөк хуш еҫле борос, ике ҡалаҡ көнбағыш майы, бер ҡалаҡ 9 процентлыҡ аш һеркәһе, ярты литр һыу, бер ҡалаҡ шәкәр, бер ҡалаҡ тоҙ алына.

Уртаса ҙурлыҡтағы (оҙонсайҙары ла ярай) помидорҙарҙы дүрт өлөшкә бүләм, һарымһаҡты ваҡ итеп иҙәм, петрушканы эре итеп турайым. Банка төбөнә керәнде, лавр япраҡтарын, укропты, әсе һәм хуш еҫле боростарҙы һалғас, өҫтөнә һарымһаҡ һәм йәшел тәмләткестәр менән аралаштырып помидорҙарҙы теҙәм. Шунда уҡ шәкәр, тоҙ, һеркә һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоям.

Банканы һыулы һауыт эсенә ултыртып 15 минут ҡайнатырға, йәғни стерилләргә кәрәк. Һуңғы аҙым – ҡапҡасын нығытып ябырға ла, әйләндереп, һыуынғанға тиклем төрөп ҡуйырға, – тип аңлатты ул помидор тоҙлау серен.

 

Фото: pikabu.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: