Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
20 Август 2021, 12:45

Килем түгел, күңел өсөн

Ерҙәре уңдырышлы, хужалары бөтмөр, шуға бөтөн нәмә мул уңыш бирә.

Заһировтарҙың ғаилә архивынан алынды.
Фото:Заһировтарҙың ғаилә архивынан алынды.

Айгөл Заһирова – һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы. Уның менән социаль селтәр аша таныштыҡ. Йөҙө асыҡ, ихласлығы бар фиғеленә сыҡҡан. Баҡсаһынан ҡуйған фотоларын ҡарап, ҡатынды барып күрергә булдым.

 Айгөл менән Алефтин Заһи­ровтар Шишмә районының Уҙы-тамаҡ ауылында йәшәй. Ихаталары ҙур. Алефтин Хәсән улы, атай нигеҙен һыуытмайым тип, тыуған йортонда төпләнгән. Ерҙәре уңдырышлы, хужалар бөтмөр, шуға бөтөн нәмә мул уңыш бирә. Тап Заһировтар һымаҡ кешеләр тураһында “Ергә ботаҡ төртһә лә, үҫеп сыға” тип әйтәләрҙер, күрәһең.

Айгөл – тәбиғәте менән баҫалҡы кеше.

– Баҡсала иремә ярҙам ғына итәм, – ти ул.

Шулай ҙа бындай ҙур хужа­лыҡты ҡарау, умырылып бешкән емеш-еләкте, йәшелсәне эшкәр­теү бары уңғандарҙың ғына ҡулынан килгән ғәмәл икәнен барыбыҙ ҙа аңлай.

21 сутый ерҙә Заһировтар нимә генә үҫтермәй! Ҡарбуз, ҡауындар ҙа, уңдырышлы ерҙе үҙ итеп, ҡыҙҙары Амалия менән Азалияны ҡыуандыра. Быйыл эҫе, ҡоро көндәр йылы яҡ үҫем­лектәренә айырыуса килешкән. Ишелеп уңғандар.

Алефтин Хәсән улы ҡыш үҙенә оҡшаған сорттарҙың орлоҡтарын алып ҡуя.

– Ни генә тимә, беҙҙең тәбиғәт шарттарында иң һәйбәте – гибридтар менән эш итеү һәм йылдан-йыл алынған ышаныслы сорттарға өҫтөнлөк биреү, – ти ул.

Помидорҙың төрлө сорттары: һарыһы, ҡараһы, виноград тип аталғаны – йәнең теләгәне үҫә уларҙың баҡсаһында. Нисәмә йыл инде үҙем борос менән “дуҫлаша” алмағас, мул уңыш биреп ултырған плантацияларын күреү минең өсөн оҫталыҡ дәресе лә булды. Заһировтар борос үҫентеләрен бик иртә ултырта икән. Фитолампа аҫтында тоталар. Шуға ла үҫентеләр ергә сынығып күсеп ултыра. Шунан, әлеге лә баяғы, йылдың эҫе килеүе “сит ил ҡунағы”на ярап ҡалған. Боростары һәйбәт уңған.

Заһировтарҙан баҡсасылар өсөн кәңәш һораным. Улар кеүек мул уңыш алыу сере нимәлә икән?

– Беҙ баҡса менән күңел өсөн булышабыҙ. Балалар экологик яҡтан таҙа, химия ҡулланмай үҫтерелгән аҙыҡ-түлек ашаһын тип тырышабыҙ. Бары шул ғына. Килем алыу уйыбыҙҙа юҡ. Туғандарға, күршеләргә, таныш­тарға биҙрәләп таратабыҙ уңышты. Улар рәхмәт уҡыған өсөн дә мул уңыш алабыҙҙыр, – ти Заһировтар.

 - Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Шишмә районы.

Читайте нас: