Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
20 Август 2021, 12:48

Серетмә әҙерләү серҙәре

homeli.ru
Фото:homeli.ru

Күптәр баҡсаһында компост соҡоро яһай. Тик бөтәһе лә дөрөҫ эшләйме икән уны?

Компост соҡорона ырғытылған органик ҡалдыҡтар сереп, үҫемлектәр яратҡан гумус барлыҡҡа килтерә. Серетмә яһалыу өсөн кислород менән термофиль микроорганизмдарҙың үтеп инеүе кәрәк, улар сүп өйөмөн ҡыҙҙыра.

Серетмә соҡорона сүп үләндәрен һалыуҙың зарары юҡ, сөнки, 60 градусҡа тиклем йылынғанлыҡтан, зарарлы бөжәктәрҙең ҡарышла­уыҡ­тары, ҡурсаҡтары, гельминттарҙың йомортҡалары, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар һәләк була. Компостлау юлы менән саф ашлама алына. Тик бик оҙайлы ғәмәл ул, сүп үләндәре менән аш ҡалдыҡтарын өйөп һалып ҡуйһаң, өлгөрөп еткәнсе йылдар үтә, һаҫып серей бара, әммә уны махсус бактериялар тиҙләтә ала.

Миңә 2001 йылда заманы өсөн яңы препаратты һынауҙа ҡатнашырға насип булды. Артабан уға “Компостин” тигән атама бирҙеләр. Һынау барышында беҙ компост өйөмдәрен өйҙөк тә йәй буйы ҡушылғанды үтәнек. Бөтәһе бер иш 10 өйөм яһалды: һынау өйөмөнөң һәр ҡатламына “Компостин” биоиретмәһе һиптерелде, ә контроль өйөмдәр препаратһыҙ өйөлдө. Һөҙөмтәлә өс айҙан һынау өйөмдәренән ҡиммәтле органик ашлама – компост алдыҡ. “Компостин” уның өлгөрөүен тиҙләтте, бактериялар бик яҡшы эшләне – компост камил ине, сүп үләндәре орлоҡтары ла, ҡоротҡос ҡурсаҡтары ла ҡалмағайны. Контроль өйөмдәрҙә ферментлашыу өсөн күп ваҡыт кәрәк булды, һәм ашлама киләһе йәй аҙағына ғына өлгөрҙө.

Хәҙер мин серетмәне “Компостин” менән генә эшләйем. Компост өйөүҙең серҙәре лә бар. Уны күләгәлә яһарға кәрәк. Бейеклеге 1,2–1,5 метр булһын. Тәүҙә 30–40 сантиметр тәрәнлектәге ҙур булмаған соҡор ҡаҙалар, төбөнә ҡыҫҡа киҫәктәргә сапҡылап ҡыуаҡ ботаҡтарынан дренаж ҡатламы һалалар. Һауа үтерлек ярыҡтар ҡалдырып, йәшник эшләһәң, бигерәк яҡшы. Бер стенаһын алынмалы иткәндә компосты болғатырға уңайлы була.

Дренаж өҫтөнә бер аҙ былтырғы компост ҡатламын йә тиреҫ, йә “Бионекс” һалып ҡалдырырға кәрәк. Ботаҡтарҙы һәм ҡалдыҡтарҙы яҡынса 10-ар сантиметр ҡатламдар итеп өйөү яҡшы. Өйөмдө ҡара агротекс менән ябып ҡуйыу отошло: һыу һәм һауа үткәрә, даими температураны һәм дымды (65-70%) тота.

Һәр ҡатламға “Компостин” һипте­рәм, бының өсөн 50 миллилитр препаратты 10 литр һыуҙа иретәм. Был күләм 50 килограмм ҡалдыҡҡа һибергә етә.

 

Елена ЧИСТЯКОВА,

биолог, баҡсасы.

Читайте нас: