Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
20 Август 2021, 12:49

Уңышты сирҙән һаҡлай

Августа уртаса тәүлек температураһы тирбәлеше арта, ысыҡ көсәйә, ямғыр һыуҙары ла тиҙ кипмәй, көндәр ҡыҫҡара. Шунлыҡтан үҫемлектәрҙе бәшмәк сире баҫа башлай.

Йәй аҙағында һәм көҙ башында үҫемлектәр төрлө ауырыуҙарға бирешә, айырыуса яҙҙан иҫкәртеү саралары күрелмәгән булһа. Биге­рәк тә помидор һәм ҡыяр кеүек наҙ­лы культураларҙың хәле ҡатмарлаша.

Артыҡ дымға ҡаршы көрәшеү өсөн йылытмаларға көнкүреш елләткестәре ҡуялар, ишек-тәҙрәләрҙе йышыраҡ асалар.

Августа үҫемлектәргә иртән генә һыу һибәләр, помидорға 10 көнгә бер тапҡыр ҡойоу етә. Һал­ҡынса, дымлы көндәрҙә бының кәрәге юҡ. Йәшелсә төптәрен йомшартыу йә ваҡланған сүп үләне, серегән бысҡы вағы, өлгөрөп етмәгән компост ҡатламы менән ҡаплап ҡуйыу яҡшы. Көндәр һалҡынса булһа, үлән-япраҡ түшәлгән түтәл өҫтөнә аҡ агротекс йәйеп ҡуйыу ҙа ҡамасауламаҫ. Ул тупраҡты йылыта. Тупраҡта йәшә­гән сир бәшмәктәре бындай “тун” аҫтынан сыға алмай.

Ҡыярға һыуҙы йышыраҡ, кәм тигәндә, ике-өс көнгә бер тапҡыр һибергә кәрәк. Һыуға (помидорға ла, ҡыярға ла) органик-минераль ашламалар (“Гуми-Оми Калий” һәм “Гуми-Оми Фосфор”) өҫтәргә тәҡдим ителә, улар үҫемлек­тәрҙең ауырыуҙарға ҡаршы тороу­санлы­ғын арттыра һәм йәшел­сәнең тәмен яҡшырта. Туҡлан­дырыуҙа азот ҡуллан­маҫҡа кәрәк, сөнки ул вегетатив массаның үҫешен көсәйтә һәм уңышта нитраттарҙы арттыра.

Помидор менән ҡыярға зарар килтерерлек ауырыуҙар күп, улар­ға ҡаршы көрәш даими алып ба­рылһа, үҫемлектәрҙе һаҡлау мөм­кинлеге арта. Былтыр ыңғай һө­ҙөмтә биргән химикаттар быйыл файҙаһыҙ булырға мөмкин, өҫтә­үенә, йәшелсә өлгөргән мәлдә уларҙы ҡулланмау яҡшы. Сирҙәргә ҡаршы биопрепараттар ауырыу­ҙарҙың аныҡ төрҙәренә генә тәьҫир итә, кешегә һәм мал-тыуарға зарарһыҙ; үҫем­лектә туплан­майҙар, шуға уңыш экологик яҡтан таҙа була. Биопрепараттар тә­биғәттә йәшәгән микроорганизмдар нигеҙендә эшләнә, шуға тирә-яҡ мөхит өсөн дә зарарһыҙ. Иң мөһиме – ауырыу тыуҙырыусылар был препарат­тар­ға күнекмә­гәнлектән, уларҙы йылдан-йыл даими ҡулланырға мөмкин.

Ҡайһы бер ауырыуҙар йылдам үҫешә, бер нисә көн эсендә үҫем­лекте “яндыра”. Айырыуса паслен культураларын – помидор, картуф, борос, баклажан, физалисты – юҡ итеүселәр етеҙ эш итә.

Ауырыуҙың тәүге билдәләре картуфта күренә, сөнки бүлбе­ләр­ҙә фитофтора ҡыш көнө лә һаҡла­на. Башта көрән түңәрәк таптар ҙур булмай, әммә улар бик тиҙ ҙу­рая, ә бер аҙнанан картуф баҡсаһы үртәлгән кеүек була: үҫемлектәр көрәнәйә һәм ҡорой.

“Фитоспорин” ауырыуҙарҙан һөҙөм­тәле сара тип табылған, уның менән үҫемлектәрҙе орлоҡ сағынан уҡ эшкәртә башлау мөһим.

Юлия КОНДРАТЬЕВА,

микробиолог, фитопатология һәм микроорганизмдар селекцияһы лабораторияһы мөдире.

Читайте нас: