Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
26 Август 2021, 08:00

Ҡышҡылыҡҡа борщты нисек әҙерләргә?

Бының өсөн кәрәк буласаҡ: ике килограмм кәбеҫтә, ике килограмм помидор, өс килограмм ҡыҙыл сөгөлдөр, бер килограмм һуған, бер килограмм кишер...

Ҡышҡылыҡҡа борщты нисек әҙерләргә?
Ҡышҡылыҡҡа борщты нисек әҙерләргә?

Бының өсөн беҙгә ике килограмм кәбеҫтә, ике килограмм помидор, өс килограмм ҡыҙыл сөгөлдөр, бер килограмм һуған, бер килограмм кишер, ярты килограмм болгар боросо, ярты литр үҫемлек майы, дүрт аш ҡалағы тоҙ, өс аш ҡалағы шәкәр, 30 дана бөртөклө борос, 15 дана ҡәнәфер, 150 грамм һарымһаҡ, дүрт аш ҡалағы 9 процентлыҡ аш һеркәһе кәрәк.

Әҙерләү:

Йәшелсәнән башлайбыҙ. Сөгөлдөрҙө әрсеп, йоҡа ғына итеп телгеләйбеҙ, кәбеҫтәне лә һалам һымаҡ итеп турайбыҙ. Кишерҙе таҙартып, эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һуған менән помидорҙы ла ваҡлайбыҙ. Болгар боросон, эсендәге орлоҡтарынан таҙартып, уртаса өлөштәргә бүләбеҙ.

Артабан ҙур һауытҡа үҫемлек майы һалып, әҙер булғансы һуғанды ҡыҙҙырабыҙ. Уға сөгөлдөрҙө, кишерҙе, помидорҙы, боросто, кәбеҫтәне өҫтәп, талғын ғына утта 10-15 минут ҡыҙҙырғас, тоҙ, шәкәр, ҡәнәфер, бөртөклө борос һалып, бер сәғәт бешерәбеҙ. Болғатып торабыҙ. Иң аҙаҡтан аш һеркәһе менән ваҡланған һарымһаҡ ҡушабыҙ.
Банкаларҙы стерилләп, борщты уларҙың эсенә эҫе көйөнсә тултырып, тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: youtube.com

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: