Башҡортостан
+10 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
1 Сентябрь , 10:00

Ҡышҡылыҡҡа – кәбеҫтәгә төрөлгән ҡыяр

Бының өсөн ҡыяр, кәбеҫтә, әнис, керән, һарымһаҡ, ҡарағат япрағы, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе кәрәк.

Ҡышҡылыҡҡа – кәбеҫтәгә төрөлгән ҡыяр

Был консерваны яһау өсөн ҡыяр, кәбеҫтә, әнис, керән, һарымһаҡ, ҡарағат япрағы, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе кәрәк.

Әҙерләү:

Башта өс литрлыҡ банкаға керән, ҡарағат япраҡтарын, әнис, ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ һалабыҙ. Ҡыярҙың остарын киҫеп, кәбеҫтә япрағына төрөп, тәмләткестәр өҫтөнә теҙәбеҙ. Шунан ҡайнаған һыу ҡойоп, 20-30 минутҡа ҡалдырабыҙ.

Һыуынғас, һыуын кире бушатып, тоҙлоҡ эшләйбеҙ. Өс литрлыҡ банкаға 1,5 аш ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр кәрәк.

Артабан банкаға аш һеркәһе ҡоябыҙ ҙа, тоҙлоҡ һалып, 15 минут стерилләгәндән һуң тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Фото: cookpad.com

Автор:Рисаля Юмагулова