Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
8 Сентябрь 2021, 12:00

Серен белдем…

Әйтерһең дә, янып торған сәскәләребеҙҙе кемдер алмаштырған. Күңелебеҙ ныҡ ҡына ҡырылды ул көндә.

Серен белдем…
Серен белдем…

Сәскә магазинына инһәм, береһенән-береһе матурыраҡ гөлләмәләргә ҡарап хайран ҡалып торам. Уларҙы  үҫтереү, килтереү, һаҡлау өсөн күпме тырышлыҡ кәрәк,  оҙаҡ ваҡыт һулымай матур көйө   һатып алыусыларҙың ҡулына  барып етһен өсөн нимә генә эшләмәй сәскәсе ҡыҙҙар!  Тартынып торманым, тоттом да таныш һатыусынан һорарға булдым: ”Һеҙҙең раузаларығыҙ   ун көн буйына нисек матурлығын юғалтмай һуң ул?   Ҡойолмай ҙа, һулымай ҙа...”

Үткән аҙнала ғына баштан үткән хәлде иҫемә төшөрҙөм. Бер хеҙмәттәшебеҙҙең тыуған көнөнә бергәләп бик күркәм гөлләмә һайланыҡ. Күҙҙең яуын алып торған сәскәләрҙе тантанаға тиклем вазаға ултыртып торҙоҡ. Бер нисә сәғәттән һуң гөлләмәнең тышҡы рәүеше үҙгәргәндәй тойолдо, таж япрағы йәнһеҙләнгәндәй, япраҡтары бөтөрөлгәндәй...Әйтерһең дә, янып торған сәскәләребеҙҙе кемдер алмаштырған. Күңелебеҙ ныҡ ҡына ҡырылды ул көндә.

Танышымдың әйтеүенсә, сәскәләрҙең һыуын көн дә алмаштырырға кәрәк.  Һыу тондоролған булһын. Бүлмә һалҡын булырға тейеш, шуға күрә танышым йәйен дә, ҡышын да тиренән тегелгән жилетын ташламайҙыр, күрәһең. Сәскәләрҙе үтә төшкән ҡояш нурҙарынан да һаҡлайҙар. Өҫтәүенә пульверизатор ярҙамында һыу һиптереп торорға кәрәк. Баҡһаң, сәскәләрҙе сафландырыу маҡсатында махсус химия саралары ла ҡулланыла икән. Мәҫәлән, “Кризал” тигәнен ышаныслы консерватор тип атайҙар. Унда үҫемлектәргә ыңғай тәьҫир итеүсе матдәләр бар, шуның һөҙөмтәһендә сағыу сәскәләр бер нисә аҙна дауамында һатып алыусыларҙың күҙҙәрен иркәләй икән.  Тик махсус иретмәле һауыттан алынған сәскә өйҙәге ғәҙәттәге һыу ҡойолған вазаға ултыртылғас   күҙ алдында бик тиҙ  һулып  кәйефте боҙоуы ихтимал.

Фото:Zen.yandex.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: