Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
10 Сентябрь 2021, 12:30

Борһыҙ тупраҡтан уңыш көтмә

Бор етмәһә, үҫемлектәрҙең буйға үҫкес остары, тамырҙары, үренделәре һәләк була. Сәскәләнеүгә зыян килә, шуға уңыш кәмей, йәшелсәлә, еләк-емештә аҡһым, витаминдар, углевод (крахмал, шәкәрҙәр) миҡдары кәмей, өлгөрөү мөҙҙәте оҙая.

Бор ҡытлығынан тамыраҙыҡтың үҙәге серей, алмала, армытта, сейәлә ҡабыҡ кеүек таптар сыға, урталары көрәнәйә, виноград еләге әскелтләнә. Емештәр ғәрипләнә, бөкө кеүек кәүшәк ерҙәре бар­лыҡҡа килә. Күҙәнәктең стеналары йо­ҡара, шунлыҡтан ҡоролоҡҡа, ауырыу­ҙарға бирешеүсәнлек арта, йәшелсәне, еләк-емеште ҡыш һаҡлау ҡыйынлаша.

Сәскәгә бөрөләнгән, емшән ебәргән, һабаҡ үҫтергән саҡта үҫемлек борҙы күп тотона, ул етмәһә, тамыр ҡорой йә үҫеүҙән туҡтай. Бор, тамырҙың әүҙем­леген арттырып, тупраҡтан фосфор ғына түгел, азот, калий һәм башҡа микро­эле­менттарҙың, углеводтар­ҙың, гормон­дарҙың үҫемлеккә үтеп инеүен тәьмин итә. Әммә, башҡа элементтарҙан айырмалы, бор ҡартайған ағзаларҙан йәш­тәренә күсмәй, шуға тамыр йә япраҡтар аша даими килеп торорға тейеш.

Сәскәгә бөрөләнә башлаған культу­раларҙы бор менән ашландырыу зарур. Эзбизләнгән, карбонатлы, әсе, татырлы тупраҡ та борға ярлылана. Эзбиз борҙы үҫемлек үҙләштерә алмай торған рәүешкә индерә. Тупраҡ уңдырышлы булған хәлдә лә, ямғырҙар, һыу һибеү борҙы тамырҙың буйы етмәҫ ҡатлам­дарына йыуып алып төшә.

Борлы ашламаларҙан “Борогум” препараты айырым урын биләй. Унда бор гуматтар менән бәйләнгән, улары туҡ­лыҡлы элементтарҙы үҫемлек күҙә­нәктәренә үткәрә. Күп йыллыҡ тәж­рибәләр “Борогум”дың тамыр яһалыуҙы көсәйтеүен, помидорҙың һәм ҡыярҙың сәскәләре, емшәндәре ҡойолоуын кә­метеүен, тамыраҙыҡтарҙа һәм йәшел­сәлә, еләк-емештә шәкәрҙе арттырыуын раҫланы.

 

- 3әлифә ЙОСОПОВА,

биология фәндәре кандидаты.

Читайте нас: