

Бынан ун йыл самаһы элек виноградты бик һирәктәр генә үҫтереп уңыш ала ине. Хәҙер был көньяҡ ҡунағын күп баҡсасылар үҙ итә. Айырыуса селекционерҙар районлаштырылған сорттар тәҡдим итеп, уңыш күҙгә күренерлек була башлағас, виноград баҡса түрендә урын алды.
Иркә үҫентене яҙын да, көҙөн дә ултыртырға була. Иң мөһиме – урын әҙерләү. Сентябрь аҙағы – октябрь башында әҙер һабаҡсаларҙы ултыртырға мөмкин. Һауа температураһы + 5 – 10 градус самаһы булырға тейеш. Ғөмүмән, үҫентене ултыртыр алдынан һауа торошона иғтибар итегеҙ, ҡапыл һыуытып ебәреү һәм өшөү уға тамырланып китергә ирек бирмәйәсәк.
Ниндәй виноградты һайларға? Әлбиттә, мин үҫентеләрҙе махсус питиомниктан алыу яғындамын. Тик шул осраҡта ғына һеҙ “Изабелла” сортлы виноград алып, тап шуның уңышын йыйып аласаҡһығыҙ. Башҡа осраҡта алданыуығыҙ ихтимал.
Виноград үҙен һәйбәт тойһон, мул уңыш бирһен өсөн иң мөһиме - уға дөрөҫ урын һайлау:
Виноградты ҡышҡылыҡҡа ябып ҡуйыу – өшөүҙән һаҡлауҙың иң ышаныслы юлы. Үҫеүенең беренсе йылында уны бәйләмәйҙәр. Һуңынан иһә терәү ҡуйыу мотлаҡ. Ул үрмәләп үҫергә тейеш. Бер ҡыуаҡтан дүрт ботаҡ ҡалдырып, шуны үрмәләтәбеҙ, артығын йәлләмәйенсә киҫеп ташлайбыҙ.
Ниндәй сорттарға өҫтөнлөк бирергә? Беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында тәү сиратта иртә өлгөрә торғандарына иғтибар итергә кәрәк: "Ҡарағай", "Мадлен Анжевин", "Юбилейный", "Алешенькин", "Башкирский", "Александр", "Находка Стреляева", "Памяти Стреляевой", "Линьян". Һуңғараҡ өлгөрә торғандары – "Русский Конкорд", "Альфа", "Таежный изумруд", "Амурский".
Минең баҡсамда виноградтар йәш әле. Быйыл ултыртыуыбыҙға ике йыл булды. Бер аҙ уңыш йыйҙыҡ. Ә бына фотолағыһы - Краснокама районында ҡәйнәмдең баҡсаһында үҫкәне. Дүрт төп виноград элекке хужаларҙан мираҫ булып ҡалған. Тәүге йылдары уларға терәү булманы, уңыш та йыя алманыҡ: йә ҡырау һуға, йә тағы берәй әтнәкәһе килеп сыға. Тик булған виноградты бушҡа үҫтереп булмай бит инде. Ул уңыш бирергә тейеш тип, йәлләмәйенсә киҫтек, терәү эшләнек, ашлама индерҙек. Шунан һуң виноград беҙгә рәхмәт әйткәндәй уңыш бирә башланы. Уға иғтибарҙы арттырҙыҡ.
Ике йыл элек шул дүрт төп виноградтан 40 килограмм самаһы уңыш йыйҙыҡ. Быйыл уңышы ҡайтышыраҡ булһа ла, тәме башҡа йылдағынан ныҡ айырыла: шәрбәт.
Көҙ виноградҡа теймәйбеҙ. Шул көйө терәүенән төшөрөп, махсус материал менән ҡаплайбыҙ, шыршы, ҡарағай ботаҡтары менән ябабыҙ. Ә бына яҙғыһын асҡас, артыҡ ботаҡтарын киҫеп, яңы миҙгелгә әҙерләйбеҙ. Был хаҡта артабан яҙма булыр.
Фото шәхси альбомдан.