

Уңғандарҙың баҡсаһында нимәләр генә үҫмәй: ҡауын-ташҡабаҡтары тәгәрәп ята, виноградтары эйелеп ултыра, ә арахистары хайран ҡалдыра. Учалы районынан Сәлиә Ғатауллинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә арахис үҫтереп, уны йыйып алғанын күргәс тә уңған баҡсасы менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
Күптәр арахисты ағаста үҫә тип уйлаһа, ә уны картуф кеүек үҫтерәһең, ти әңгәмәсем.
- Үҫтереп ҡарағым килде. Интернетта уҡығайным. Артыҡ ҡыйынлығы юҡ үҫтереүҙең, бәрәңге һымаҡ тәрбиәләйһең. Рассада үҫтергәндә сюрприз булды, кәнишнә. Ай үҫәһен көн үҫеп! Март айында ултырттым да, Североуральскиға ҡунаҡҡа сығып киттем. Ике - өс көндән улым фотолар һала башланы. Һауыттарына һыймай, күҙ алдында үҫә башламаһындармы! Ҡайтып еткәс, тиҙерәк айырым һауыттарға ултыртып бөттөм. Ҡабыҡһыҙ сәсергә кәрәк. Берәүһенең эсендә ике арахис була, бер генә көн ебеттем дә сәстем, - тип күптәргә ят тойолған емеште үҫтереүҙең серҙәре менән уртаҡлашты Сәлиә Ғатауллина.
Әйткәндәй, был уңышты күреп, киләһе йылда күптәр баҡсаһында арахис үҫтереп ҡарау теләге тыуғандыр. Шул иҫәптән минең дә.
Әйткәндәй, Сәлиә ханым йыйып алған арахис уңышын әлегә киптерергә һалған, аҙаҡ рәхәтләнеп файҙаланам, ти. Афарин, Учалының уңған баҡсасыһы! Бәлки һеҙҙең баҡсалала беҙҙең төбәк өсөн ят булған емеш-еләк, йәшелсә үҫкәндер, әйҙәгеҙ, уңыштарығыҙ менән һеҙ ҙә уртаҡлашығыҙ әле!
Фото: Сәлиә Ғатауллина.