Баҡса
24 Сентябрь 2021, 11:17

Ер эше килем килтерәме?

Уға эйелһәң, байлыҡ килә.

– Ҡайҙа һеҙҙең негрҙарығыҙ? – тип һорай класташтары Шәрғиә, бындағы тәртипкә, үҫемлектәрҙең, емештәрҙең, сәскәләрҙең күплегенә иҫе китеп, 31 сутый ерҙәге баҡсаға барып ингәс тә.

Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем ер эшендә тир түккән Ренара менән Мансур Юламановтар икеһе бер юлы ҡулдарын алға һуҙып:

– Бына беҙҙең негрҙар, – тип яуап ҡайтара.

 

Баҡсасыларҙың төрлөһө бар

 

Мансурҙың әсәһе Суфия Сәлим ҡыҙы менән атаһы Миңнебай Ғә­лим улы, икеһе лә уҡытыусы булып эшләп, 48 йыл бергә ғүмер итеп, 80 йәшкә етеп баҡыйлыҡҡа күсә. Биш бала тәрбиәләгән ветерандар, татыу йәшәп, бер-береһенән 54 көн генә ҡалып донъялыҡтан китә.

Элек тә аҙна һайын ял көн­дә­рендә ата-әсәһе янына ҡайтып, яр­ҙамлашып йөрөгән Мансур менән Ренараға тотош донъяны етем­һерәтмәй йәшәтеү бурысы ҡала.

Ренара, Суҡраҡлы ауылы ҡыҙы, биш балалы ғаиләлә эш рәтен белеп үҫә. Мансур менән Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға килгәндә танышалар ҙа бына хәҙер 48 йыл инде бергә ғүмер итәләр.

Һүҙемде баҡсанан башла­ғай­ным бит әле. Юламановтар менән танышыу ҙа шул баҡса арҡаһында булды.

Бер мәл һатыу итеп ултырған ҡатындан помидор, һарымһаҡ, керәндән эшләнгән тәмләткес алмаҡсы иттем. Ни өсөндөр үҙебеҙ эшләгәндең помидорлы өлөшө өҫкә ҡалҡа ла, һыуы аҫта ҡала. Әсей башлаған кеүек тәм дә килә. Шуның сәбәбен асыҡламаҡсы булып, ҡыш та һәйбәт һаҡланырлыҡ итеп нисек эшләүҙәре менән ҡыҙыҡһындым. Баҡһаң, улар алдан әҙерләмәй, кәрәгенсә генә ҡыш яһап алалар икән. Бының өсөн помидорҙы ҡайнатып, әҙерәк тоҙ һалып, өс литрлыҡ банкаларға тултырып ҡуялар ҙа, ҡыш керән менән һарымһаҡты блендер аша үткәреп алғас, бергә ҡушып бутайҙар.

Беҙ ул ваҡытта тормош иптәшем Нияз Мәһәҙиев менән “Бай баҡса” тапшырыуын алып бара инек, ошо хаҡта тапшырыуҙа төшөрөп күрһәтергә булдыҡ, сөнки, ысынлап та, күптәр өсөн был ысул яңылыҡ ине. Ризалата алмай бер булдыҡ үҙ­ҙәрен. Ахырҙа соус-тәмләткес ме­нән бергә ҡабаҡтан манты һәм бә­леш тә бешереп күрһәттеләр. Ман­сур тәмләткес эшләне, Ренара телеңде йоторлоҡ ризыҡтар әҙерләне.

Бына шулай итеп танышып киткән шәп баҡсасылар хаҡында тағы иҫкә төшөрөүебеҙҙең сәбәбе бар. Яңыраҡ редакция журналисы Лилиә Нуретдинова: “Һеҙ күп баҡсасыларҙы беләһегеҙ, ер эшенән килем алып буламы, ошо хаҡта яҙа алмаҫһығыҙмы икән?” – тип мөрәжәғәт итте.

Баҡсасыларҙың төрлөһө бар. Берәүҙәре булған емештәрен, үҫтергән йәшелсәһен үҙҙәренә һәм балаларының ғаиләләренә ҡышҡы­лыҡҡа етерлек итеп әҙерләргә тырыша. Икенселәре һатып, аҡса эшләү яғын ҡарай. Хаҡлы ялдағы пенсионерҙарҙың ваҡыты булғас, ҡалаға алып килеп, һатып ултыра. Шуларҙың бер нисәүһе менән һөйләшеп ҡараным:

– Баҡса һеҙгә килем килтерәме?

– Ниндәй килем булһын инде, юл сығымдарын ҡапларлыҡ булһа ла ярар, тип ултырабыҙ, йәйге ҡояшта ҡаҡланып. Машина булма­ғас, ике автобусҡа ултырып йөрөргә тура килә, – тигәнерәк зарланыуҙар ишетергә тура килде.

 

Тынғыһыҙ хужалар

 

Шунан әлеге Юламановтар иҫкә төштө лә улар менән ошо хаҡта һөйләшергә булдым.

– Баҡса эше күмәк ҡул хеҙмәтен ярата, – тине Мансур. – Берең эшләп, икенсең диванда һуҙылып ятһа, ниндәй уңыш хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин?!

Икеһе лә ғәжәп тынғыһыҙ, уңған Юламановтар апрель айында ауылға күсеп ҡайтҡандан алып ең һыҙғанып ер эшенә тотона. Бер түгел, ике теплица ҡороп ҡуялар. Ай башынан шунда йәшелсә сәсеп сығалар.

– Ҡалала үҫтереп алып ҡайтмаһаҡ та, бына тигән өлгөрә, – ти Ренара ханым.

26 йыл – приборҙар эшләү заводында, 10 йыл зыянлы цехта хеҙмәт иткәндән һуң хаҡлы ялға ла алдан китә ул. Ире Мансур эшләгән Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының теплицаһында ла биш йыл йәшелсә үҫтереп, оҫталыҡҡа эйә була.

Мансур баш ҡаланың 11-се һөнәрселек-техник училищеһын тамамлағандан һуң Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында 42 йыл өлкән оператор булып эшләп хаҡлы ялға сыға.

Ана шунан һуң башлана ла инде Юламановтарҙың баҡса эпопеяһы. 31 сутый ерҙә нимә генә үҫтер­мәйҙәр ҙә нимә генә төҙөмәгәндәр! Беренсе сиратта ата-әсәләре йәшәгән өйҙө яңыртҡандар, 5х5 метр ҙурлығында мунса һалғандар, гараж төҙөгәндәр, бер түгел, ике мөгәрәп эшләгәндәр: береһе – таштан, икенсеһе – кирбестән. Иңе-буйы 10 х 5 метр итеп ҙур һарай­ҙарын да ике ҡатлы иткәс, ауыл халҡы: “Әллә банк төҙөйһөгөҙмө?” – тип мәрәкәләп көлгән.

– Икенсе ҡатында үҙебеҙ үҫтер­гән йәшелсәне киптерәбеҙ. Һуған, һарымһаҡ, башҡа ризыҡтар боҙол­маҫлыҡ булып матур кибә, шуға һәйбәт һаҡлана, – ти Мансур.

Үҙҙәре үҫтергән йәшелсә, еләк-емеште һатырға аҙнаһына бер тапҡыр Өфөгә килә Юламановтар. Иртә яҙҙан алып әнис, ҡуҙғалаҡ, петрушка, кинза, йәшел, зәңгәр базилик, салат, һуған кеүек тәмләт­кестәрҙе баш ҡала халҡы бик теләп ала. Унан баҡса еләге, ҡарағат, сейә бешә. Ҡыяр, помидор өлгөрә. Кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, ташҡа­баҡ, брокколи, ҡабаҡ, картуф, топинамбур кеүек йәшелсәләрен дә көтөп кенә тора Юламановтарҙы белгән кешеләр.

Мансурҙың “икәүләп эшләмәһәң, булмай” тигән һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Үҫтергән уңышты эш итергә лә кәрәк бит. Быйыл, мәҫәлән, Ренара өс литрлыҡ 50 банка ҡыяр тоҙлап ҡуйған. Еләктәрҙе туңды­рырға һалған, ҡайнатмалар әҙер­ләгән. Өфөләге фатирҙары янында ла гараж эсендә мөгәрәптәре бул­ғас, кәбеҫтәләрен шунда һаҡлайҙар ҙа ҡыш кәрәгенсә генә тоҙлап алалар. Үҙҙәренә лә, балаларына ла ашарға, һатыуға сығарырға ла етә.

 

Байрам-ял юҡ

 

Аҙнаға бер килеп, үҫтергән уңыштарын һатыуҙан уртаса 5-6 мең һум аҡса эшләйҙәр. Ә ҡарағат, еләк, сейә өлгөргән саҡта килем 10 меңгә барып етә. Иҫәпләп ҡараһаң, айына, йылына байтаҡ йыйылып китә.

– Йәй буйы баҡса аҡсаһына йәшәйбеҙ ҙә, көҙ Өфөгә килгәс, йыйылып торған пенсия аҡсаһына берәй нәмә алабыҙ, – ти Мансур.

Ике тапҡыр ҡыҙҙары Светлана янына Италияға барғандар.

Өфөләге улдары Илдар ҙа, атаһы кеүек үк, нефтсе, ул эшләгән заводта өлкән оператор. Ҡатыны Татьяна менән Виталина, Амелия исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр. Ошо көндәрҙә Юламановтар нәҫелен дауам итерлек Эрик исемле малайҙары ла тыуып, ҙур ҡыуаныс кисергәндәр.

– Балалар – иң ҙур шатлығыбыҙ, – ти Ренара.

– Баҡсаның файҙаһы бармы, тигәндән, улыбыҙҙың ишле ғаиләһенә беҙҙән ярҙам булһын тип, ипотекаға бер бүлмәле фатир ҙа алып ҡуйҙыҡ, – ти Ренара менән Мансур, – күп өлөшөн түләнек инде, әле тағы әҙерәк бурыс бар.

Фатир алабыҙ тип, “Ғаилә капиталы”на 300 мең һум аҡса күсереп, бер тинен дә ҡайтара алмай ҡалғандары ла булды уларҙың.

...Ошо көндәрҙә мин йәнә Юламановтар менән осраштым. Мансур телефонына төшөргән видеоларын күрһәтә. Биш алмағас, 20 төп ҡа­ра­ғат, байтаҡ ерҙе биләп торған ҡурай еләге ҡыуаҡлыҡтары, бер су­тыйҙағы виноград, һигеҙ сейә аға­сы, рәт-рәт булып теҙелеп кит­кән тәмләткестәр, кишер, сөгөлдөр түтәлдәре, картуф, ҡабаҡ, теплица­ла­рындағы татлы борос, баклажан, ҡыяр, помидор – барыһы ла уңған хужаларҙың тырыш хеҙмәт емеше.

Ә сәскәләре һуң: ниндәйҙәре генә юҡ, һанап та бөтөрлөк түгел! Матурлыҡты яратҡан хужаларҙың баҡсаһы гөлгә күмелгән. 12 төп виноградтарының емеше тәлгәш-тәлгәш булып, суҡтарын саҡ күтәреп ултыра.

– Виноградтан үткән йыл 40 литр шарап яһаныҡ, – ти Мансур. – Һыу ҡушмайбыҙ. Һыу ҡушһаң, әсей, ул инде көслө алкоголгә әйләнә. Ә былай үҙенең һуты менән генә әҙерләнгәс, тәмле килеп сыға. Туғандарҙы һыйлайбыҙ, күстәнәскә лә бирәбеҙ. Шулай уҡ виноградтан компот та яһайбыҙ. Иҫ киткес тәмле була.

Үҫтергән йәшелсә-емештәрен Юламановтар ҡыш көнө лә һатыуға сығара. Баҡсасыға ял юҡ, тигәндәре шулдыр инде. Уның ҡарауы, эшләһәң – тешләйһең.

Бер уңғандар миҫалында ғына “Баҡсаның файҙаһы бармы, унан килем алып буламы?” тигән һорауға ла яуап бирҙек.

 

- Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Читайте нас