“Башҡортостан” гәзите Учалы районында йәшәгән Сәлиә Ғәтәуллинаның арахис үҫтереүе тураһында яҙып сыҡҡайны. Сәлиә ханымға һорауҙар күп булды: “Нисек үҫтерергә?”, “Нисек ҡарарға?”, “Орлоғон ҡайҙан алырға?” һәм башҡаһы. Бөгөн Сәлиә Ғәлиуллина бөтөн һорауҙарға ла яуап бирергә тырышыр.
- Арахистың фотоларын ҡуйғайным, " Уны нисек үҫтерергә һуң?" - тип бик күптәр һорап яҙҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, бер ҡыйынлығы ла юҡ, шикелле. Бары март башында рассадаға сәсеп, майҙың урталарында ергә ултыртыр кәрәк. Орлоғон бер генә көн ебеттем дә, сәстем. Ике-өс көндән шытып сыға ла башлайҙар. Күҙ алдында, тигәндәй! Орлоғон аҙыҡ-түлек магазинында ла алырға була. Мин, мәҫәлән, "Монетка"нан алдым. "Ҡабығын әрсергәме?" - тип тә һорайҙар. Әлбиттә, сөнки берәүһенең эсендә ике-өс орлоҡ була бит! Ултыртҡандан һуң үҫә төшкәс, бәрәңге кеүек күмәһең. Ике тапҡыр күмдем, һыу һибеп торҙом. Помидор-ҡыярҙарға ашлама ҡойғанда, арахисҡа ла өлөш сығарҙым! Август урталарында сәскә атты. Сәскәләре ҡыҙғылт һары төҫтә, ваҡ ҡына. Сентябрь уртаһында ҡаҙып та алдым. Ысынлап та, ҡыйынлығы юҡ, эйеме? Рассадаһыҙ үҫтерһәң, өлгөрмәҫтер, тим. Уңыштар барығыҙға ла!
Фото: Сәлиә Ғатауллина.