Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
4 Октябрь 2021, 19:00

Октябрҙә баҡсала ниндәй эштәр көтә?

Ҡайһы көндәр ниндәй эш өсөн яҡшы, белгес ниҙәр кәңәш итә - барыһы хаҡында яҙмала. 

Октябрҙә баҡсала ниндәй эштәр көтә?

Октябрь – баҡсаны ҡышҡылыҡҡа әҙерләү мәле: кишер, сөгөлдөр, һуған, һарымһаҡ ултыртып ҡалырға, уңышты йыйып, түтәлдәрҙе ҡаҙып сығырға, ерҙе ҡоротҡостарҙан эшкәртергә, ҡыуаҡтарҙы ябырға ваҡыт.

Баҡса эштәре менән булғанда ай календарына иғтибар итәһегеҙме? Улай булһа, 5, 6, 7 октябрҙә үҫемлектәрҙе күсереп ултыртырға, орлоҡ сәсергә ярамай. Ә бына 20 октябргә тиклем был эштәрҙе атҡарырға мөмкин. 8 октябрь - һуған һәм һарымһаҡ ултыртыу өсөн уңайлы көн. Ерҙе йомшартыу, ашлама индереү кеүек эштәр менән булырға мөмкин. Ә бына ҡыуаҡ һәм ағастарҙы 11 октябргә тиклем киҫмәй тороғоҙ. Айҙың 11, 12, 13-сө көндәрендә орлоҡтарҙы ергә сәсергә була. Айырыуса - һуған һәм тәмләткес үләндәр, ҡуҙғалаҡ, кишер. 14 октябрь – яҙын үҫентеләр өсөн ер әҙерләп ҡуйырға ҡулай көн. 15 октябрҙә иһә орлоҡ йыйып ҡуйырға кәңәш ителә.

Ә бына 20 октябрҙә, ай тулған төндә, бөтөн эштәрҙән дә тыйылып торорға кәрәк. Артабан ай аҙағына тиклем ер ҡаҙырға, уны йомшартырға мөмкин.

Был мәлдә ниндәй ашламалар индерергә кәрәк? Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәге белгесе Эльма Садиҡова биргән кәңәшкә ҡолаҡ һалайыҡ:

"Ямғырлы көндәрҙә ҡыуаҡ һәм ағастарға фосфор-калий ашламалары индерергә кәрәк. Улар ҡышты имен-һау сығырға, ауырыуҙарға ҡаршы торорға ярҙам итәсәк. Ҡайһы бер баҡсасылар азот ашламалары ҡулланырға ярата. Был дөрөҫ түгел. Улар, киреһенсә, үҫемлектәргә үҫергә көс бирә һәм улар һутланып, ҡышты сыға алмауы ихтимал.

Баҡсасыларға суперфосфат ашламаһын алырға кәңәш итәм. Мәҫәлән, һәр ҡыуаҡ аҫтына бер-ике аш ҡалағы ашламаны һибеп сығып, көрәк менән 7 – 10 сантиметрға күмергә кәрәк. Октябрҙә ҡурай еләгенә махсус ашлама һалып, ҡыуаҡтарҙың кипкән ботаҡтарын алып, бәйләп йоҡоға ебәрәбеҙ".

Фото: mkdou19.ru

Автор:Лилия Нуретдинова