Баҡса
5 Октябрь 2021, 08:52

Хәстәрлек күр

datchnik.rudatchnik.ru
Фото:datchnik.ru

Йәшелсәне көҙҙән сәсеп ҡалдырыу бик отошло. Редис, кишер, һуған, һарымһаҡ, салат культуралары, петрушка, укроп, сөгөлдөр, ҡыҙыл кәбеҫтә, сельдерей, пастернак, кориандр, катран кеүек йәшелсәне көҙҙән сәсергә була. Был яҙғылыҡҡа эште кәметә һәм уңыштың сифатына, күләменә ыңғай тәьҫир итә.

Ҡышҡа сәсеп ҡалдырылған орлоҡтар яҙғы дымды һәйбәт файҙалана, тиҙ күтәрелә. Яҙ һалҡын булһа, уларҙың тамыр системаһы көслөрәк буласаҡ, шуға артабан ҡоро көндәрҙә лә бирешмәй, уңыш ике-өс аҙнаға алдараҡ өлгөрә. Бындай үҫемлектәр ауырыуҙарға ла бирешеп бармай, сүп үләндәренән алдараҡ үҫеп китә.

Йәшелсә һәм сәскә орлоҡтарын көҙ 5 см тәрәнлектә тупраҡ температураһы +2-3 °С, ә һауа температураһы тотороҡло 0°С булғанда (октябрь аҙағы – ноябрҙең тәүге ун көнлөгө) сәсәләр. Әлбиттә, миҙгелдең климат шарттарын иҫәпкә алырға кәрәк.

Сәсеү өсөн түтәлдәрҙе алдан, сентябрҙең икенсе яртыһынан, көндәр һәйбәт торғанда әҙерләй башларға кәрәк. Әҙерлек эштәре дүрт этаптан тора.

  1. Урын һайлау. Ҡышҡы сәсеү урыны яҙ һәйбәт йылына торған, көслө елдәрҙән, яҙғы һыуҙарҙан һаҡланған, ә тупрағы уңдырышлы, һыу үткәреүсән булһын.
  2. Түтәл эшләү. Түтәл яҙ көнө үҫемлек­тәрҙең ебеүенә юл ҡуйылмаһын һәм тупраҡ тиҙерәк йылынһын өсөн 15–20 см бейеклектә булһын. Иң уңайлы киңлеге – 90-100 см. Тупраҡ таралмаһын өсөн ситтәрен таҡта, пластик йә металл каркас менән нығытып сығалар.
  3. Тупраҡты әҙерләү. Түтәл ерен бер көрәк тәрәнлектә ҡаҙып, сүп үләндәрен утап, тамырҙарын сүпләп сығырға ла ҡаҙығанда түбәндәге ашламаларҙы индерергә кәрәк:

– калийлы-фосфорлы “Гуми-Оми Фосфор” һәм “Калий” ашламалары – һәр квадрат метрға – 50 г;

– компост йә серетмә – һәр квадрат метрға – 3-4 кг;

– “33 богатыря” – тупраҡтың уңдырыш­лы­лығын һәм структураһын яҡшыртыусы, файҙалы микроорганизмдар менән байытыу­сы, бактерияларҙан һәм бәшмәктәрҙән һаҡлаусы микробиологик препарат – һәр квадрат метрға – 0,1 – 0,5 л.

Балсыҡлы ауыр тупраҡты ПухоВита ҡушылмаһы менән еңеләйтәләр (бер квадратҡа 4-5 кг), әсе тупраҡты Известь-Гуми менән ашлайҙар (еңел тупраҡҡа 0,3 кг, ауыр тупраҡҡа 0,6 кг).

  1. Сәсеү өсөн бураҙналар һыҙыу. Бураҙналар һыҙғанда тупраҡтың бер аҙ ултырасағын иҫәпкә алалар. Бураҙналарҙың тәрәнлеге һәм араһы нимә сәсеүгә бәйле.

Бураҙналарға һибелгән орлоҡтарҙы ҡаплау өсөн ҡоро тупраҡ һәм мульча – торф, серетмә – запасы әҙерләйҙәр йә әҙер Мульча-Разрыхлитель Земля-Матушка черноземная һатып алалар.

 

Ҡаты ҡорт уңышҡа зыян килтермәһен өсөн нимә эшләргә?

 

Баҡсасылар иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем түтәлдәрендә ҡаты ҡортҡа (проволочник) ҡаршы әүҙем көрәшә. Йәшелсәгә, еләк-емешкә ул ҙур зыян килтерә. Шәхси ихатала был ҡоротҡостан нисек ҡотолорға һәм уңышты нисек һаҡларға?

Ҙур ҡуңыҙҙар баҡсаға һәм баҫыуҙарға зыян килтермәй, ә бына уларҙың ҡарыш­лауыҡтары – ҡаты ҡорттар картуф бүлбеләре, кишер һәм сөгөлдөр, һуған, кәбеҫтә, кукуруз һәм ҡыяҡлы үҫемлектәрҙең тамырҙарын ярата. Улар йәшелсә менән һыйлана башлағас та, үҫемлектәр ауырыуға һабыша, ә ваҡытында сара күрелмәһә, һәләк була. Улар ашаған картуф, һуған, кишер һәм сөгөлдөр насар һаҡланасаҡ. Иң насары – бүлбеләр сереһә, һаҫыҡ еҫ сығара. Ҡаты ҡортҡа ҡаршы көрәште ҡар яуғансы атҡарырға була.

Улар әскелт һәм аҡтамыр үҫкән ерҙе ярата, тамырын ашап үрсей. Өс йыл эсендә ҡаты ҡорт үрсеүҙең бөтә баҫҡыстарын үтеп, ҡуңыҙға әйләнә. Инә ҡуңыҙ ике йөҙҙән ашыу йомортҡа һала. Тап уларҙан ҡаты ҡорт ҡарышлауыҡтары тыуа ла инде.

Был ҡоротҡосҡа ҡаршы көрәш баҡсасы­ларға ғына түгел, ауыл хужалығы тармағында эшләгән белгестәргә лә еңелдән бирелмәй. Айырыуса баҫыуға ҡуҙаҡлы культураларҙы йыш ултыртҡандарға ҡыйынға тура килә, шуға күрә Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре ҡаты ҡорттоң баҫыуҙарҙа иҫәбен алыу һәм уға ҡаршы ниндәй саралар күрергә кәрәклеген даими рәүештә күҙәтә. Улар тарафынан 231,67 мең гектар майҙан тикшерелгән, шуның 54,85 мең гектарында был ҡоротҡос табылған.

– Ҡаты ҡортҡа ҡаршы көрәштең тәүге алымы – ерҙе 30-35 сантиметр самаһы тәрәнлектә ҡаҙырға һәм аммиак селитраһы индерергә. Яҙ иһә, мәҫәлән, картуф ултырт­ҡанда, химик препараттар ҡулланырға кәрәк, улар картуфтың уңышын һаҡларға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, баҡсағыҙҙа ҡаты ҡорт күп икән, тәү сиратта йәшелсә үҫтереүҙән баш тартырға кәрәк. Арыш һәм һолоно сидерат рәүешендә үҫтермәгеҙ, – тип кәңәш бирә әйҙәүсе агроном-энтомолог Алина Мусина.

 

Л. НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас