Баҡса
5 Октября 2021, 08:39

Көҙҙөң йәме – кәбеҫтә

Сифатлы һәм тәмле йәшелсәгә һәр саҡ ихтыяж бар.

Кәримә УСМАНОВАКәримә УСМАНОВА
Фото:Кәримә УСМАНОВА

Район һәм ҡалаларҙа “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” тигән исем менән көҙгө йәрминкәләр дауам итә. Һатыуҙа йәрминкәләрҙең йәме булған кәбеҫтәләргә һорау бигерәк тә ҙур. Быйыл уларҙың хаҡы ла бер аҙ күтәрелгән.

Баймаҡ районында йәшелсәселек тарма­ғында шөғөлләнгән эшҡыуарҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әбдел­кәрим ауылынан Римма Йәнегетова һәм уның ире Әбйәлил Ерҡолов ошо кәсепте күптән үҙләштергән. Иртә яҙҙан был уңған ғаиләнең ҡыярҙары һатыуға сыға, көҙөн иһә улар үҫтергән кәбеҫтәгә һорау арта.

– Юҡҡа ғына иремдең фамилияһы “ер ҡорто” тигәнде аңлатмайҙыр. Ул ерҙә ҡа­­ҙы­нырға, баҡсасылыҡ менән булы­шыр­ға ярата. Күпселек эште үҙе башҡара, кәңәштәрен дә бирә. Йәшелсә үҫтереү еңелдән түгел, эше ауыр. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем тир түк­мәйенсә, уңыш алып булмай. Миҙгелле кәсеп булғас, та­бышы ла ваҡытлыса, – ти Римма Миҙәхәт ҡыҙы.

Районда тәүгеләрҙән булып һатыуға сыҡ­ҡан ҡыярҙары бөтөүгә, теплицаларында помидорҙары өлгөрә. Артабан төп көс кәбеҫ­тәне тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Быйыл улар өс гектар кәбеҫтә ултыртҡан, бер гектар май­ҙанда картуф сәскән.

Кәбеҫтә баҫыуының алыҫтан бер аҙ күк­һе­лерәк булып ултырыуын ошоға тиклем кү­рергә тура килгәне юҡ ине. Ауылға боролғас та, кәбеҫтә баҫыуы әллә ҡайҙан күҙгә салына. Римма Йәнегетова әйтеүен­сә, улар йәшел­сә­не, өлгөрөүенә ҡарап, өс сорт сәскән. Бе­рен­сеһе тиҙ өлгөрә тор­ған булһа, ҡалғандары аҡрынлап үҫә. “Йыл ҡоро булыуға ҡарамаҫ­тан, кәбеҫтә­ләрегеҙ уңған түгелме?” тигән һорауға: “Быйыл һыу һиптереү ҡоролмаһы алдыҡ, шул ныҡ ярҙам итте”, – тип яуап бирҙе хужабикә.

Икенсенән, кәбеҫтә инде өлгөрҙө тигән мәлдә генә күбәләктәрҙең ябырылыуы ла йәшелсә үҫтереүселәргә ярайһы уҡ зыян килтергән. “Ярай әле ваҡытында унан ҡотолоу әмәлен таптыҡ. Юҡһа, бар уңышты харап итер ине”, – ти улар.

Һәр йыл йәшелсәгә һәм еләк-емешкә баҙар хаҡты үҙе ҡуя, тигәндәй, быйыл  кәбеҫтәнең хаҡы юғары, шуға күрә урындан уҡ килеп алыусылар күп, күмәртәләп тә алып китәләр. Үҙҙәре лә ял һайын Йылайыр, Баймаҡ баҙарына алып сыға. Иң мөһиме – сифатлы, тәмле һәм урында үҫкән йәшелсәгә һәр саҡ һорау бар һәм киләсәктә лә буласаҡ. Тик уны Римма Йәнегетова кеүек, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ергә йыбанмай эйелеп, тәрбиә­ләргә теләгән кешеләрҙең булыуы ғына кәрәк. Ул сағында өҫтәлдәрҙә сит илдән килтерелгән сифатһыҙ емеш-еләк, йәшелсә урын алмаҫ, ә “урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” булған йәшелсә өҫтөнлөк итер.

- Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ районы.

Читайте нас