Баҡса
5 Октябрь 2021, 08:48

Табынға – тултырылған ҡабаҡ

Тултырылған ҡабаҡты әҙерләү өсөн күп ваҡыт сарыф ителмәй.

Кәрәк: 2 йәш ҡабаҡ, 300 грамм үткәрелгән ит, 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 баш һуған, 2 помидор (2 ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1-2 ҡалаҡ он, 1 стакан һыу, тоҙ, борос, көнбағыш майы.

Әҙерләү: һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунда уҡ үткәрелгән ит ҡушып ҡыҙҙырабыҙ. Бүрттерелгән дөгө ярмаһы өҫтәйбеҙ, тәменсә тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ.

Эслек әҙерләнгәнсе ҡабаҡты 5-6 сантиметр ҡалынлығында ҡырҡабыҙ. Төбөндә 1 сантиметр самаһы ҡалдырып, эсендәге йомшағын алабыҙ. Ян-яҡлап тоҙ менән ышҡып сығабыҙ. Ҡабаҡтан килеп сыҡҡан “һауыт”тарға эслек тултырабыҙ.

Помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ, тоҙлайбыҙ. Соус ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ.

Тултырылған ҡабаҡтарҙы майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡоябыҙ. Мейескә 180-200 градус эҫелеккә ҡуябыҙ. 30-40 минуттан файҙалы һәм тәмле ризыҡ әҙер.

 

Ҡайнатма

 

Ҡабаҡ ҡайнатмаһы өсөн бер килограмм ҡабаҡ, бер лимон, ике әфлисун һәм 800 грамм шәкәр кәрәк.

 

Таҙартылған ҡабаҡты шаҡмаҡлап турайбыҙ. Лимондың төштәрен алып ташлайбыҙ ҙа ҡабығы менән бергә турайбыҙ. Әфлисунды шулай уҡ төштәренән һәм ҡабығынан таҙартып турарға. Шәкәр һалырға ла төнгөлөккә шул килеш ҡал­дырырға. Иртәгәһенә утҡа ҡуябыҙ һәм ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Яҡынса 30-40 минут. Теләгегеҙ булһа, блендер менән ваҡларға һәм тағы бер тапҡыр бешереп алырға мөмкин.

Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалығыҙ һәм тимер ҡапҡас менән ябығыҙ. Баштүбән әйләндереп, өҫтөнә йылы әйбер ҡаплағыҙ ҙа шул көйө бер-ике көн торғандан һуң урынлаштырығыҙ.

Шулай уҡ ҡабаҡ ҡайнатмаһына бер аҙ манный ярмаһы йәки үткәрелгән эремсек ҡушып, бәлештең эслеге өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Бик тәмле бәлеш килеп сыға.

 

Тәмле аш

 

Ҙур булмаған бер ҡабаҡ, 1-2 картуф, 1 кишер,        1 баш һуған, 1 литр һурпа йәки һыу, 150 миллилитр һөт өҫтө, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.

 

Ҡабаҡты әрсеп, орлоҡтарын алып, 4 сантиметр самаһы ҙурлыҡта киҫәктәргә бүлеп сығырға. Таҙартылған кишерҙе, һуғанды шаҡмаҡлап турарға. Әрселгән картуфты ла 3-4 сантиметр ҙурлығындағы шаҡмаҡтарға турарға.

Йәшелсәне ҡайнап торған һурпаға йәки ҡайнар һыуға һалып, 15–20 минут бешерергә. Блендер ярҙамында иҙергә.

Һөт өҫтөн бер аҙ йылытып, ашҡа өҫтәргә. Яңынан утҡа ултыртып, ҡайнау хәленә еткерергә. Уттан алғас, 5-7 минут ҡапҡасын япҡан килеш тоторға.

Табынға ҡаймаҡ, йәшел тәмләткес үләндәр, ҡыҙҙырылған ҡабаҡ төшө, сәтләүектәр менән бирергә мөмкин.

Манты

 

Ҡабаҡтан бешерелгән манты үҙенең йомшаҡ һәм һутлы булыуы менән айырылып тора.

 Үткәрелгән иткә дүрткелләп ваҡлап турап ҡабаҡ, һуған ҡушаһың да самалап тәмләткестәр өҫтәйһең. Аҙаҡ теләгәнсә манты әҙерләйһең. Ҡабаҡ мантыһы бигерәк тә диета тотоусылар өсөн файҙалы.

- Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас