

Йыл ҡоро һәм эҫе булыуға ҡарамаҫтан, быйылғы көҙ муллығы һәм йомартлығы менән ҡыуандырҙы. Баҡсаларҙа төрлө төҫтәге сәскәләр көҙгәсә балҡып ултырҙы, түтәлдәрҙә йәшелсә емерелеп уңды, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, хатта ҡауын-ҡарбуздар – барыһы ла быйыл күп булды. Күптәр йәшелсәһен, еләк-емешен ҡайҙа илтергә, кемгә бирергә белмәй баш вата.
Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылынан Фәйлә Кәримованы ауылдаштары уңған баҡсасы булараҡ яҡшы белә. Уның өйөндә әллә күпме гөл үҫә, төрлө йәшелсә үҫентеләрен иртә яҙҙан ултыртып, һорағандарға һата. Баҡсаһында алма, груша ағастары һәр саҡ мул емеш бирә, баландары ҡыҙарып, тәүге ҡар яуғансы, балланып ултыра.
Быйыл Фәйлә Кәримова 50-нән ашыу төп помидор ултыртҡан һәм мул уңыш алған. Кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй, шулай уҡ виноград емеше лә хужаһын ҡыуандырған.
Йорт хужабикәһе әйтеүенсә, йыл һайын ҡабаҡты күпләп ултырта. Ҡыш үҙҙәре лә рәхәтләнеп ҡуллана, шулай уҡ ҡош-ҡорт һимертеү өсөн дә бынамын тигән ризыҡ икән.
– Ҡабаҡты ҡыҙым Гүзәл дә бик ярата, шуға күрә яҙ иң беренселәрҙән булып уның орлоғон яҙҙыртып алабыҙ. Беҙ ҡабаҡтың төрлө сортын үҫтерергә яратабыҙ, сортына ҡарап, тәме лә, ҡулланыуға тәғәйенләнеше лә төрлөсә. Мәҫәлән, татлыраҡ төрҙәрен, һарғылт ҡабыҡлыһы (әфлисун төҫөндә) һут өсөн бигерәк тә яҡшы. Татлы ла, шәрбәт тә. Йәшелерәк төҫтәгеләрен күберәк салаттар әҙерләүгә, быҡтырыуға йә иһә бешереүгә ҡулланабыҙ, – ти уңған ханым.
Әйткәндәй, Фәйлә Кәримова үҙе үҫтергән ҡабаҡтарҙы һораусыларға һатып та ебәрә. Күптәр уны шәкәр сиренән дауа итеп ҡуллана. Орлоғон киптереп, файҙаланыусылар ҙа бар.
Яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем ергә эйелергә йыбанмағандарҙың, ысынлап та, баҡсаһында уңыштың муллығына хайран ҡалырлыҡ. Улар үҙҙәрендә булғанын йыйып алырға ла, урман-яландарға сығып гөлйемеш, энәлек йыйырға ла өлгөрә, осраһа, ҡомалаҡ та алып ҡайта. Ҡомалаҡтан ҡабарып торған тәмле икмәк бешереү хаҡында алдағы һандарҙа таныштырырбыҙ әле.
- Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.