Баҡса
15 Октябрь 2021, 07:07

Декабргә тиклем һаҡлана

Көҙгө мул уңышты йыйып бөттөк тиһәң дә була. Шулай ҙа һуң өлгөрә торған көҙгө алмаларҙы баҙға әле алып ҡуйырға ваҡыт. Оҫта баҡсасылар быны нисек эшләй?

Өфө районының Чесноковка ауылында йәшәгән баҡсасы Зәкирә Вәлиул­лина баҡсаһында күп төр­лө алмағас үҫтерә. Груша менән виноградтан да мул уңыш алған.

– Быйыл йәй эҫе булыуға ҡарамаҫтан, алма мул уңыш бирҙе. Дуҫтарға, күршеләргә, туғандарға тараттыҡ. Үҙе­беҙҙең дә баҙҙы алма һуты, компоттар менән тултырҙыҡ. Бынан тыш, алманы мул итеп киптереп әҙерләп ҡуйҙыҡ. Ҡышын бәлеш, компот өсөн бик уңайлы. Кипкән алма өҫтәлдән өҙөлмәй, ейәндәрем уны кәнфит урынына ашай. Ғөмүмән, быға тиклем алманы бик һирәкләп кенә киптерә инем. Мәшәҡәте күп: мейесте ҡабыҙып, нәҙек итеп телеп, бер нисә сәғәт киптерергә кәрәк. Быйыл йәй эҫе булды, шуға әлеге алым ыҙа ғына бу­лыр ине. Ҡыҙым менән махсус киптергес алып кинән­дек. 

Ә көҙгө алмаларҙы баҙға индереп һалыу – бик яуаплы эш ул. Тәү сиратта ағастан алмаларҙы бик һаҡ ҡына йыйып алабыҙ. Бының өсөн мин таҙа бирсәткә кейәм. Алма­ларҙы йәрәхәтлә­мәйенсә, ҡабығын әрсемәй генә йыя­быҙ. Һәр алманы гәзиткә тө­рөп, йәшниккә һала бара­быҙ. Беҙҙең баҙ ҡоро, һәйбәт. Шуға улар декабргә тиклем һаҡ­ла­на. Бәлки, артығыраҡ та ятырҙар ине, балалар һәм ейәндәр ирек бирмәй.

Зәкирә Ғәни ҡыҙының баҡ­саһы ожмах мөйөшөн хәтер­ләтә. Матур-матур сәс­кәләр: гортензия, рауза, хризантемалар күҙҙең яуын ала һәм, һыуыҡтарға ҡарама­йынса, сәскә атыуын дауам итә. Зәкирә Вәлиул­лина бынан бер нисә йыл элек гор­тен­зияның бер төрөн һатып ала һәм ҡыуаҡтың берегеп ките­үенә ҡыуанып бөтә алмай.

– Беҙҙең баҡсаның коро­ле­ваһы ул. Артыҡ ҡарау талап итмәй. Шулай ҙа уға иғти­барҙы йәлләмәйем. Ашламалар биреп торам, ҡышҡа әҙер­ләү – үҙе бер сара. Тәү си­ратта һынған, кипкән ботаҡ­тарҙы киҫәм, дүрт йыл дауамында үҫкәндәрен алам, эскә ҡарап үҫкәндәре һәм сибек­тәре лә кәрәкмәй. Һауа тем­ператураһы 0 градустан төш­кәс, ҡыуаҡтың ботаҡ­тарын бер-береһенә бәйләп, ергә һалам һәм махсус материал менән ябам. Күршем иһә гор­тензияһын шыршы ботаҡ­тары менән ҡаплай. Ике ос­раҡта ла ул һәйбәт ҡыш­лай, – ти Зәкирә Ғәни ҡыҙы.

Зәкирә Ғәни ҡыҙы – хаҡлы ялда. Мул итеп баҡсанан уңыш ала, һарайы тулы ҡош-ҡорт! Тауыҡтарҙың тоҡом­ло­һон үҫтереүҙе хуп күрә Зәкирә апай. Бына шулай дәртләнеп донъя көтә ул.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА 

Читайте нас