

Әбейҙәр сыуағының йылыһын файҙаланып, картуфығыҙҙы алып бөттөгөҙмө? Уңыш нисек булды?
Әбйәлил районының Асҡар ауылынан гәзит уҡыусыбыҙ Рәхимә Мусина, 1975 йылғы ҡоролоҡто хәтергә алып, ошондай хәтирәһе менән уртаҡлашты: “Ҡоролоҡ тиһәк тә, күптәр сабата башындай картуфтарын фотоға төшөрөп ҡуя әле интернетҡа. Шуларға ҡарайым да 1975 йылды уйлайым. Ул ваҡытта миңә туғыҙ ғына йәш булһа ла, яҡшы хәтерләйем, айырыуса сентябрь айын. Йыл һайын уҡыуҙың тәүге айын дәрестән һуң картуф алып үткәрә торғайныҡ. Ваҡ бала-сағаның ярты көндә эше лә ырамағандыр инде, баҡса ла ҙур ине. Ә бына 1975 йылда баҡсала бер генә картуф та булманы. “Ыуаҡ булһа ла, әҙерәк булыр ине ул, июль айында ҡаты ҡырау төшөп, кәртүктең һабағын ҡап-ҡара итеп яндырып һалды ла ҡуйҙы бит”, – тип һөйләй торғайны әсәйем.
Шулай ҙа сентябрҙә эшһеҙ ятманыҡ: дәрестән ҡайта ла, тырма һөйрәп, урманға ҡайын япрағы йыйырға китә торғайныҡ. Шулай малдарға “бесән” әҙерләнек. Япраҡты өйөп, тоҡтарға тултырабыҙ, ағайым велосипед менән өйгә ташый – шулай бер һарайҙы шыптап тултырғайныҡ. Һыйырҙарға был һый оҡшағанмы-юҡмы – белмәйем, әммә беҙгә картуфһыҙ ныҡ ҡыйын булды. Былай ҙа беҙҙең быуын шул картуф ҡына ашап үҫте бит инде. Бер йыл буйы әсәйем күмәк баланың тамағын нисек туйҙырҙы икән, тим дә аптырайым.
Ҡышҡыһын Үтәгәндән ағаһы менән еңгәһе килергә булғас, әсәйем ҡайҙандыр бер сеүәтә ваҡ ҡына картуф һатып алып ҡайтты. Шуның тышын йоҡа ғына итеп әрсене. Табында бөтәһе лә иң тәүҙә тәрилкәләрендәге картуфты сүпләп ашап бөттө лә ҡуйҙы. Әҙ генә булды шул... Их, шул картуфтың тәме! Әле лә тел осомда тора, башҡа бер ҡасан да ундай тәмле картуф ашағаным булманы. Ҡырҡ алты йыл үтһә лә, был ваҡиға бер ҙә онотолмай”.
Ә бына Учалы районының Зәйнәкәй ауылынан Сәриә менән Нил Лутовтарҙың баҡсаһында сепей-картуф (һүрәттә) үҫкән.
- Лилиә НУРЕТДИНОВА