

Күптәр, һауа торошоноң көйһөҙләнеүен иҫәпкә алып, уңышын тиҙерәк йыйып алды. Кишер, сөгөлдөрҙө ҡыш нисек һаҡлайһығыҙ?
Уңышты түтәлдән йыйып алғас, уны бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Ҡышҡылыҡҡа ҡалдыра торғандарын айырым, йәнселгән, сатнағандарын айырым йыйып ҡуябыҙ. Һуңғыларын йә салатҡа тотонорға, йә ҡырғыс аша үткәреп, туңдырып ҡуйырға була.
Кишер менән сөгөлдөрҙө һаҡлауҙың иң уңайлы ысулы – уны ҡом менән аралаштырып һаҡлау. Бындай кишер яҙға тиклем һутын һәм тәмен юғалтмай. Был осраҡта уны йыуып аҙапланырға кәрәкмәй.
Әгәр таҙа кишер һәм сөгөлдөрҙө генә баҙға төшөргөгөҙ килһә, уны йыуып, киптереп, целлофан ҡапсыҡтарҙа һаҡлау ысулы һеҙгә тап килә. Был осраҡта уларҙың осон һәм төбөн ҡырҡырға кәрәк. Ошо ысул уңышты яҙға тиклем һаҡларға ярҙам итер. Тик ҡаптарҙы даими рәүештә әйләндереп ҡарап тороғоҙ. Йәшелсә боҙола башлаһа, ҡапты асырға кәрәк булыр.
Белгестәр уңышты алғас, түтәлдәргә сидераттар ултыртырға кәңәш итә: гәрсис, арыш, люпин, борсаҡ был осраҡта һәйбәт булыр. Үҫентеләр 10–15 сантиметрға күтәрелгәс, уларҙы ҡаҙалар.
Кишер һәм сөгөлдөр әлеге урынына өс-дүрт йыл үткәс кенә, кире ҡайта ала. Уларҙың урынына картуф, помидор, баклажан, шалҡан, еләк ултыртырға була.
- Лилиә НУРЕТДИНОВА