Баҡса
15 Октябрь 2021, 07:05

Ҡышҡа әҙерләнәбеҙ...

Баҡсала ниндәй эштәр башҡарыу шарт?

mkdou19.rumkdou19.ru
Фото:mkdou19.ru

Октябрь – баҡсаны ҡышҡылыҡҡа әҙерләү мәле: кишер, сөгөлдөр, һуған, һарымһаҡ ултыртып ҡалырға, уңышты йыйып, түтәлдәрҙе ҡаҙып сығырға, ерҙе ҡоротҡостарҙан эшкәртергә, ҡыуаҡтарҙы ябырға ваҡыт.

Баҡса эштәре менән булғанда, ай календарына иғтибар итәһегеҙме? 20 октябрҙән һуң үҫемлектәрҙе күсереп ултыртырға, орлоҡ сәсергә мөмкин. Һуған һәм һарымһаҡ ултыртыу, ерҙе йомшартып, ашлама индереү кеүек эштәрҙе атҡарырға кәрәк. Ғәҙәттә, ҡыуаҡ һәм ағастарҙы 11 октябрҙән һуң ғына киҫәләр. Айҙың икенсе яртыһында орлоҡтарҙы сәсергә була. Айырыуса һуған һәм тәмләткес үләндәр, ҡуҙғалаҡ, кишерҙе көҙҙән сәсеп ҡуйһаң, ҡулайлыраҡ. Шулай уҡ октябрь – үҫентеләр өсөн ер әҙерләп ҡуя торған мәл.

Ай аҙағына тиклем ер ҡаҙырға, уны йомшартырға мөмкин. Был мәлдә ниндәй ашламалар индерергә кәрәк? Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәге белгесе Эльма Садиҡова биргән кәңәшкә ҡолаҡ һалайыҡ:

“Ямғырлы көндәрҙә ҡыуаҡ һәм ағастарға фосфор-калий ашламалары индерергә кәрәк. Улар ҡышты имен-һау сығырға, ауырыуҙарға ҡаршы торорға ярҙам итәсәк. Ҡайһы бер баҡсасылар азот ашламаларын ҡулланырға ярата. Был дөрөҫ түгел. Улар, киреһенсә, үҫемлектәргә үҫергә көс бирә, шуға күрә һутланып, ҡышты сыға алмау­ҙары ихтимал.

Баҡсасыларға суперфосфатлы ашлама алырға кәңәш итәм. Мәҫәлән, һәр ҡыуаҡ аҫтына бер-ике аш ҡалағы ашламаны һибеп сығып, көрәк менән 7–10 санти­метрға күмергә кәрәк. Октябрҙә ҡурай еләгенә махсус ашлама һалып, ҡыуаҡ­тарҙың кипкән ботаҡтарын алып, бәйләп йоҡоға ебәрәбеҙ”.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА 

Читайте нас