Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
18 Октябрь 2021, 19:00

Ғәлиәкбәрҙәр мул уңыш йыйған

"Быйыл йәшелсә-емеш үҫтереү ауырғараҡ тура килһә лә, уңышыбыҙ мәктәпкә етерлек булды", - ти директор.

Ғәлиәкбәрҙәр мул уңыш йыйған
Ғәлиәкбәрҙәр мул уңыш йыйған

Ғәлиәкбәр мәктәбе көҙгө мул уңышты йыйып алыу менән ҙур йәрминкә үткәрә, тип хәбәр итә Бөрйән районының “Таң” гәзите хәбәрселәре.

Мәктәптә 14 уҡытыусы, 12 техник хеҙмәткәр эшләй, 68 уҡыусы белем ала, шулай уҡ балалар баҡсаһына 20 бала йөрөй. Быйыл 700 мең һумға капиталь ремонт үткәрелгән. “Реаль эштәр” программаһына ярашлы, ингән ерҙәге ишек алыштырылған. “Үҫеш нөктәһе” кабинеты асылған.

Ашханала туҡландырыу ойошторолған, аш-һыуҙың экологик яҡтан таҙа булыуын тәьмин итеү өсөн мәктәп эргәһендәге баҡсала күп төрлө емеш-еләк, йәшелсә үҫтерелә. Ашхана хеҙмәткәрҙәре Илүзә Рамазанова, Фәймә Аҫылғужина, Миләүшә Ишбаева ашты төрләндереп, тәмле итеп әҙерләй. Баҡсалының эше генә түгел, ашы ла күп була тигәндәй, йыйылған уңыштан турамалар, борщтар, компоттар, ҡайнатмалар әҙерләйҙәр.

Баҡса эштәренә мәктәп директоры Сания Ишмөхәмәтова үҙе етәкселек итә. Уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп, йәй әйләнәһенә баҡсаны, сәскәләрҙе тәрбиәләй, һыу һибеп, ҡыйын йолҡа. Балалар хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫә, сәскә таныу, түтәлдәрҙе тәрбиәләү буйынса белемдәрен арттыра. Һөҙөмтәлә уҡыуҙың тәүге көндәренән үк уҡыусыларҙың өҫтәлдәренә файҙалы турамалар, төрлө йәшелсә аштары ҡуйыла.

- Мәктәп коллективы мул уңыш йыйып, артып ҡалғанын һатып, кәрәк-яраҡ ала ине. Быйыл йәшелсә-емеш үҫтереү ауырғараҡ тура килһә лә, тырышып үҫтергән уңышыбыҙ мәктәпкә етерлек булды. 500 килограмм картуф, шул уҡ күләмдә кәбеҫтә, 250 килограмм кишер, 200 килограмм һуған, 300 килограмм сөгөлдөр, помидор йыйып алыуға өлгәштек. Йәрминкәлә һатыу өсөн сәскәләрҙең орлоҡтарын йыйып алдыҡ, - ти Сания Ишмөхәмәтова.

Автор: Ә. ЮЛСУРИНА.

Фото: “Таң” гәзите.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: