

Йыл һайын амбар дәфтәренә баҡсамдың схемаһын һыҙып, ҡайҙа нимә ултыртҡанымды яҙып барам. Сәсеү әйләнешен теүәл күҙәткәндә, уңыш та мулыраҡ буласаҡ, үҫемлектәр ҙә ауырыуҙарға бирешмәйәсәк, ерҙең уңдырышлығын да күтәрергә була. Бер урында йылдар дауамында бер үк культураны ултыртыу ерҙә ауырыуҙарҙың тупланыуына, ерҙең ярлыланыуына килтерә. Ә культураларҙы алмаштырып, алдан күҙҙаллаған хәлдә йыл да һау еләк-емеш, йәшелсәнең мул уңышын алырға була. Бынан тыш, сәсеү алмашыныуын алдан күҙаллау күпме орлоҡ һатып алырға, күпме үҫенте ултыртырға кәрәклеген фаразларға мөмкинлек бирә.
Ошо кәңәштәрҙе иҫәпкә алып, дәфтәрегеҙгә схема төшөрөгөҙ. Иң мөһиме үҫемлектәрҙе 3 – 4 йыл дауамында кире үҫкән урынына ҡайтармауҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Бындай дәфтәр күҙәтеү алып барыу өсөн дә файҙалы. Ҡасан нимә сәселгән, ниндәй ашламалар индерелгән, күпме уңыш алынған. Быларҙың барыһы ла баҡсасы өсөн бик мөһим!
фото: vosadu-li-vogorode.ru