Баҡса
11 Февраль 2022, 07:28

Тәҙрә төбөмдә ...мөғжизә

Аш тәмләткестәр араһында  хуш еҫле райхан (базилик) бар, ул әүәл-әүәлдән кешегә тоғро хеҙмәт итә. Борондан йәшәп килгән һинд Аюрведаһында  (күңелде һәм тәнде һауыҡтырыу системаһы) райхан юғары баһалана. Райханға  әҙ генә ҡағылыу менән хуш еҫе аңҡып китә, еҫе яуыз микробтарҙы   һәләк итә. Бер нисә япрағын сәйнәһәң, ауыҙ эсе таҙарып, насар тын яҡшырып, кәйеф күтәрелеп китә.   Йоғошло вирустар эләккәндә лә райхан ярҙам итә, вирустарға ҡаршы көрәшә, елһенеүҙе, тән ҡыҙыуын кәметә.

Киң билдәле укроп та райхандан ҡалышмай. Аш эшкәр­теүҙе яҡшырта, бигерәк тә ауыр аҙыҡ ашағанда ярҙам итә, эсәклектә зарарлы микрофло­раның үҫешен туҡтата. Витаминдары, антиоксиданттары менән укроп авитаминозға ҡар­шы көрәшә, иммунитетты күтәрә.

Сәләмәт булайым тиһәң, көн һайын кәм тигәндә  400 грамм йә­шелсә (шул иҫәптән аш тәм­ләткес үләндәр) һәм 200 грамм еләк-емеш ашарға кәрәк, улар үлемесле сирҙәрҙән (инсульт, инфаркт, диабет, яман шеш) ҡурсалай.

Аш тәмләткестәрҙе ҡыш та биопрепараттар ярҙамында үҫтереү отошло.  Биопрепа­рат­һыҙ һәм биопрепараттар менән үҫтерелгән  салат араһындағы айырма шаҡ ҡатырлыҡ ҙур.  Тәжрибә күрһәтте ул айырманы. Бер үк төрлө йәшниктә биопрепаратһыҙ үҫкән гәрсис – 49 грамм, ә биопрепарат ҡулланыл­ғаны 310 грамм, йәғни алты тапҡырҙан ашыуға күберәк уңыш бирҙе!

Ысын мөғжизә бит: туп­раҡтағы микроорганизмдар менән үҫемлектәр тәбиғи рә­үештә хеҙмәттәшлек итә. Аш тәмләткес культураларҙың үҫешенә  биопрепараттар бик ҙур файҙа бирә. Япраҡлы гәрсисте үҫтергәндә “Гуми”, “Фитоспорин” һәм “33 Богатыря” биопрепараттарын ғына ҡуллан­ғанда ла, уңыш 50 процентҡа, йәғни 2 тапҡырға арта! Ә тәме һуң, тәме  – ысын түтәлдән өҙөп алынғанмы ни!

Бөтә орлоҡто бер юлы сәс­мәгеҙ. Аш тәмләткестәр даими һәм етерлек тиклем генә  уңыш биреп торһон өсөн,  орлоҡтарҙы 5-7 көн аша сәсеп торорға кәрәк.

Ҡырҡыу тәмле аш тәмләт­кестәрҙе икенсе блюдолар менән ашау, бутербродтарҙа ҡулланыу яҡшы, сөнки руккола, япраҡлы гәрсис кеүек ауыҙҙы өткөс тәмләткестәрҙең үҙен генә күп ашап булмай. 

Һаулыҡ өсөн иҫ киткес шәп бер тураманы һеҙ ҙә эшләп  ҡарағыҙ.

Кәбеҫтә (әсетелгәне лә ярай), помидор, болгар боросо, һуған турарға, кишер, алма, шалҡан, торма ҡырырға,   бер ус ҡарағат, мүк еләге, ҡыҙыл көртмәле өҫтәргә, берәй теш һарымһаҡ иҙеп ҡушҡанда ла зыян юҡ, ҡурай еләге, баҡса еләге, башҡа еләктәр өҫтәргә. Берәй ҡалаҡ етен йә ерән бәшмәк майы (быныһы омега-3), ике ҡалаҡ көнбағыш майы (омега-6) өҫтәр­гә лә һәйбәтләп бутарға. Бындай салат иртән дә, төш тә, кис тә ялҡытмай.  

Кәңәштәр

  1. Үҫемлектәрегеҙҙе “сарсат­мағыҙ”. Дым етешмәү уны әс­келт, үтә өткөс, ҡаты, һутһыҙ итер.
  2. Үҫемлектәргә төшкән ҡояш нурын көйләү өсөн фитояҡтырт­ҡыстарҙың яҡтылыҡ панелен ваҡытында күтәреп ҡуйырға онотмағыҙ, юғиһә япраҡтар ҡояш нурынан өтөлөр.
  3. Тәмләткестәрҙе ҡайсы йә үткер бысаҡ менән ҡырҡып алы­ғыҙ, тамырҙар тупраҡта ҡалһын. Улар тупраҡты органика менән байытыр, көпшәкләтер һәм артабан файҙаланыуға әҙерләр.
  4. Тупраҡ грунтын тәмләт­кестәрҙе үҫтереп алғас ҡабат ҡулланығыҙ, бының өсөн уны “Бионекс” (10 килограмм тупраҡҡа дүрт аш ҡалағы) йәки “Гуми-Оми” Рассада (10 килограмм тупраҡҡа бер аш ҡалағы) менән байы­тығыҙ – тотонолған туҡлыҡлы матдәләр урынына яңыларын өҫтәү зарур.
  5. Әгәр тупраҡ грунтына “33 Богатыря” препаратын һипкән булһағыҙ, шул уҡ тупраҡта йәшел тәмләткестәрҙе ҡабат үҫтергән осраҡта уны тағы өҫтәүҙең кәрәге юҡ. Тупраҡта файҙалы микроорганизмдар яҡшылап үрсеп өлгөргәнлектән ул яңы сәсеүгә әҙер була.
  6. Сәсеү әйләнешен күҙә­тегеҙ! Хатта бүлмәлә үҫтергән хәлдә лә бер үк тупраҡҡа бер үк ғаиләгә ҡараған үҫемлекте ултыртыу тәҡдим ителмәй.

Реклама

Читайте нас