

Нисек кенә булмаһын, мул уңыш алыу өсөн орлоҡтоң сифатлы булыуы мөһим. Тик шулай ҙа матур һүрәтле ҡапта ятҡан орлоҡҡа ҡарап, уның сифатлымы, юҡмы икәнен ҡапыл ғына аңлап та булмай. Күп кенә баҡсасылар орлоҡ һайлаған саҡта үҙ тәжрибәләренә таяна. Шул турала һөйләшеп алайыҡ.
Әлбиттә, орлоҡто супермаркетта ла, махсуслаштырылған кибеттә лә һатып алырға мөмкин. Шулай ҙа, тәүге тапҡыр был эш менән шөғөлләнергә уйлаһағыҙ, орлоҡто ҡайҙан һәм ниндәйен алыу тураһында белгес фекеренә таянырға кәрәк.
Сифатлы орлоҡ һатып алыу нескәлектәрен Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Светлана Дәүләтханова өйрәтә:
1) Ҡайҙалыр яңы кибет асылған, унда осһоҙораҡ, тип алданмағыҙ. Өйрәнгән урындан һатып алырға тырышығыҙ. Әгәр инде киреһенсә ҡыйбатлыраҡ орлоҡтар алырға уйлаһағыҙ, чек һәм квитанцияһын һаҡлағыҙ. Түбән сифатлы булған осраҡта, һеҙ уны магазинға кире ҡайтарып бирә алаһығыҙ. Уңайһыҙ, тип тормағыҙ, һатыусынан орлоҡ сертификатын һорағыҙ, ҡапта яҙылған мәғлүмәт менән ныҡлап танышығыҙ. Ҡулланыу һәм һаҡлау шарттары менән бер рәттән ваҡ хәрефтәр менән яҙылған мәғлүмәткә лә күҙ һалығыҙ. F1 — беренсе рәт гибриды, F2 — икенсе рәт гибриды. «Гибрид» тигән һүҙҙән ҡурҡмағыҙ. Махсус рәүештә эшкәртелгән булһа ла, уның ГМО менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Киреһенсә, бындай орлоҡтар мул уңыш биреү менән бер рәттән ауырыуҙарға ла тотороҡло.
2) Ҡыйбат – тимәк, сифатлы, тип уйлап орлоҡ етештереүсе фирмаларҙың тоҙағына эләгеп ҡуймағыҙ. Мәҫәлән, дражелы йә таҫмалы орлоҡ сәсеүгә еңелләштерһә лә, уның саманан тыш хаҡы үҙен аҡламай.
Фотола - агроном Светлана Дәүләтханова.