Баҡса
18 Февраля 2022, 11:06

Үрсетмәләрегеҙ асыҡмаһын!

Тәҙрә төбөндәге, түтәлдәрҙәге үҫемлектәребеҙ ҡеүәтле тәбиғи  биопрепараттар ярҙамында көндән-көн нығына, шәбәйә бара. Помидор, борос һәм баклажан үрсетмәләрен аслыҡҡа дусар итеп ҡуймағыҙ – грунтта туҡлыҡлы элементтар етерлек күләмдә булһын.  Үҫемлектәрҙе беренсе туҡландырыу күсереп ултыртҡандан һуң  7–10 көндән, даими япраҡтарының икенсе пары сыҡҡас, башҡарыла.  Был саҡта ниндәй ашлама ҡулланырға һуң? 

Өй шарттарындағы үҫемлектәр­ҙе йомшаҡ  органоминераль ашламалар, шулай уҡ һыуҙа иреүсән комплекслы Бионекс-Кеми ашламалары менән туҡландырырға кәрәк. Бионекс-Кеми ашламалары һәйбәт ирей, туҡлыҡлы матдәләре ҙур концентрациялы (18-әр процент азот, фосфор һәм калий), составы баланслы һәм унда хлор юҡ.

Бионекс-Кеми ашламалары магний, бор, молибден, кобальт, баҡыр, тимер, марганец кеүек макро- һәм микроэлементтар менән дә байытылған, ә улар үҫемлек­тәрҙәге мөһим процестар (фотосинтез, һулыш алыу, күҙәнәктәрҙең бүленеүе һ.б.) өсөн яуаплы. Бар тереклек – үҫемлектәр ҙә, кешеләр ҙә – ошо иҫ китмәле биоген элементтарҙан тора.

Бионекс-Кеми ашламаларының тағы бер шәп яғы – уларҙа кәрәкһеҙ сит ҡушылмалар, шул иҫәптән зарарлы ауыр металдар юҡ.

Бионекс-Кеми серияһындағы комплекслы ашламаларҙа минераль тоҙҙар бик юғары концентрацияла тупланған. Шунлыҡтан миҡдар буйынса талаптарҙы теүәл үтәргә кәрәк. Саманан аштырыу үҫемлектәрҙе һәләк итергә мөмкин – артығын ҡойһаң, үҫемлек тамырҙарының тупраҡ иретмәһен осмотик һурыуы боҙола, артығын һиптерһәң, япраҡтар көйә. 

Дөрөҫ миҡдарҙы иҫтә ҡалдырыу бик еңел: 1 литр һыуға – 1 балғалаҡ ашлама.  Был күләм бөтә үҫемлек­тәргә, сәскәләргә, йәшелсәләргә яраҡлы.

Бионекс-Кеми ашламаһы ирет­мәһен үҫемлек төбөнә ҡойорға, шулай уҡ тамырҙан тыш туҡлан­дырыу өсөн дә тотонорға була. Ике осраҡта ла миҡдар бер төрлө.  Әммә үҫемлек төбөнә ҡойоу 7–10 көнгә бер тапҡыр эшләнһә, яп­раҡтарға һиптереү, үҫемлектәрҙең өҫкө өлөшө ярайһы уҡ ҡеүәтләнгәс,  айына бер тапҡыр ғына баш­ҡарыла. 

Һыуҙа иреүсән универсаль Бионекс-Кеми ашламалары  50 һәм 200 грамлы ҡаптарҙа (өй эсендә һәм баҡсала ҡулланыу өсөн) һатыла.          

Реклама

Читайте нас